» Гәзиттең номеры: 88

Нисек йәшәйһең, өкө?07.11.2017

Нисек йәшәйһең, өкө?Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә, мин һеҙгә теймәйем, һеҙ ҙә миңә теймәгеҙ, тип ташта ҡыҙынып ятҡан Йылан ханыма, бик тә булмаһа, ҡышҡы йоҡоға әҙерләнгән Айыу бабайға хат яҙып һалғанда, улар яуап яҙыр инеме икән?
«Хайуандарға хаттар» тип аталған төбәк-ара экологик проектты ойоштороусы «Ҡурсаулыҡ эшенә булышлыҡ итеү мәғлүмәт-аналитика үҙәге», әлбиттә, хатығыҙға йәнлектәр һәм ҡоштар мотлаҡ яуап яҙасаҡ, тип ышандыра.
«Рәсәйҙең ҡырағай тәбиғәте: һаҡларға һәм күрергә» программаһы сиктәрендә үткәрелгән был сараның төп маҡсаттары - үҫеп килеүсе быуында тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм хайуандарҙың баш «өйө» тип иҫәпләнгән айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең әһәмиәтен күрһәтеү.
Проект айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, мәғариф ойошмалары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре, балалар китапханалары ҡатнашлығында ойошторола.
Был сарала алты йәштән алып мәктәпкәсә йәштәге балалар, 1-5 синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Улар ғаилә ағзалары, волонтерҙар, өлкән синыф уҡыусылары, профилле юғары уҡыу йорттары студенттары, педагогтар һәм методистар ярҙамы менән махсус конверттар яһап, үҙҙәре һайлаған хайуанға рус телендә хат яҙа һәм уны ябай конверт эсенә һалып, ошо адрес буйынса беҙгә ебәрә: 453580, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Карат урамы, 2. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының экологик ағартыу бүлегенә.
(№ 88)

Эш беләктә түгел, йөрәктә07.11.2017

Эш беләктә түгел, йөрәктә«Эшһеҙлек неврозы»
Медицина белгестәре «эшһеҙлек неврозы» тигән термин ҡуллана башланылар: кеше үҙен йүнһеҙ, бер кемгә кәрәкһеҙ, бер нимәгә йоғонто яһарға һәләтһеҙ итеп тоя, ти. Бындай психология буйынса Рәсәйҙә төплө ғилми тикшереүҙәр үткәрелмәгән. Быуаттай ваҡыт Совет власында йәшәгән кешеләргә яңы һәм бөтөнләй ят күренеш бит. Ә бына «Харрисон теорияһы» буйынса, эшһеҙҙең психологик торошо өс этапҡа бүленә.
1-се стадия - шаңҡыу
Кеше эштән сығарылыуына, хеҙмәте һәм үҙе кәрәк булмауға бер нисек тә ышана алмай. Ғәйеплеләрҙе эҙләй, бартамлай һәм өҙгөләнә.
2-се стадия - өмөт
һәм ышаныс

Бәләнән ҡурҡып йәшәү бәләнең үҙенән дә яманыраҡ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Күпмелер ваҡыттан, киреһенсә, өҫтән тау төшкәндәй еңеллек килеүе бар. Был осорҙа сәләмәтлек тә, кәйеф тә яҡшырып ала. Ундайҙарға эшкә урынлашыуы еңелерәк. Кеше актив рәүештә яңы эш эҙләй. Үҙен был дәүерҙә бик юғары баһалай әле, шуға ла потенциаль рәүештә ҡәнәғәтләндерерлек күп тәҡдимдәрҙән баш тарта.
3-сө стадия - төшөнкөлөк
Сама менән 6 ай үткәнсе яңы эшкә урынлаша алмай икән, кеше үҙенә-үҙе ҡул һелтәй, активлығы һәм эшләргә теләге ныҡ кәмей. Ә күпмелер ваҡыттан эш табылыуҙан ҡурҡа ла башлай, ти.
(№ 88)

«Илһам һәм көс алдыҡ!»07.11.2017

«Илһам һәм көс алдыҡ!»Сочи ҡалаһында шау-гөр килеп XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үтте. Форумда донъяның 188 иленән 25 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.Рәсәй исеменән 85 субъекттан 15000 ҡатнашыусы сығыш яһай.
Фестиваль йәш таланттарға уй-фекерҙәр менән уртаҡлашырға, тыныслыҡты һаҡлау һәм экологик бәләләрҙе еңеп сығыу, башҡа социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса көстәрҙе берләштерергә мөмкинлек бирә.
Республиканан бөтәһе 1200-ҙән ашыу ғариза бирелгән. Ике йөҙ кеше һайлап алыу турын үтә. Ҡатнашыусылар араһында - коммерцияға ҡарамаған йәштәр ойошмалары лидерҙары, журналистар, ғалимдар һәм уҡытыусылар, йәштәр ойошмалары, сәйәси партиялар, студенттарҙың үҙидаралыҡ органдары, спорт клубтары лидерҙары, ижад өлкәһе вәкилдәре бар.
Республика һәм районыбыҙҙы Анна Вячеславовна Мөхәмәтйәрова ла вәкилләне. Был яҡташ ҡыҙ тураһында гәзитебеҙҙә ентекләп яҙғайныҡ инде - «Башҡортостан йәнлектәрҙе һаҡлау» төбәк йәмәғәт ойошмаһының ОВЗО («Обучение волонтеров зоозащитных организаций») волонтерҙар мәктәбе етәксеһе. Ул йәнлектәрҙе һаҡлау һәм яҡлау менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә квалификациялы әҙерлек ойоштороу буйынса уникаль методика булдырыусы.
Санкт-Петербург ҡалаһында Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумында «Ирекмән-2016» конкурсында «Социаль ирекмәнлек: йәнлектәргә ярҙам» номинацияһында еңеүсе тип танылғайны, башҡа ҡаҙаныштары ла етерлек. Шул иҫәптән БР Йәмәғәт Палатаһының эксперты (Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлек буйынса комиссия) булараҡ актив эшмәкәрлек алып бара.
(№ 88)

ФОТОФАКТ07.11.2017

ФОТОФАКТСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Илтабан ауылынан Флүзә һәм Ғамир Ғайсиндар ғаиләһенә йылмайҙы. Уларға бүләккә салат һауыттары эләкте.
Яҡындарын «Яйыҡ» гәзитенә ҡыҙҙары Зөлфиә Абдуллина яҙҙырған. «Атайым менән әсәйемде йыл һайын яратҡан баҫмаларына яҙҙырам. Уларҙың быйыл бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тула. Алтын юбилейҙарына көтөлмәгән бүләк булды», - ти ул.
(№ 88)

Үҙебеҙҙең тарихтан һабаҡ алайыҡ07.11.2017

Үҙебеҙҙең тарихтан һабаҡ алайыҡ30 октябрҙә - Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Дан скверында митинг үтте.
Учалы районының Почетлы гражданы Вәкиф Шайморатов район ауылдарынан нисәшәр кеше нахаҡҡа хөкөм ителеүе тураһында бәйән итте. Ә район хакимиәте башлығының урынбаҫары Зөһрә Гордиенко: «Йәш быуындар тарихтың был бите тураһында ла белергә һәм киләсәктә бер тапҡыр ҙа ҡабатланмаһын өсөн бар көстәрен һалырға тейеш!» - тип телмәр тотто.

Тынлыҡ минуты иғлан ителде, һәйкәлгә гөлләмә-веноктар һалынды. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белдереүенсә, бөгөнгө көндә лә тө-бәгебеҙҙә 146 сәйәси золом ҡорбаны иҫәпләнә.
Был көн 1937-1938 йылдарҙағы репрессиялар тураһында һүҙ барһа ла, дата ул осорға бәйле түгел. 1974 йылдың 30 октябрендә Мордва һәм Пермь төр-мәләрендә ултырыусылар бер көнлөк аслыҡ акцияһы иғлан иткән була. Ә ул дәүерҙә, совет власына ҡаршы көрәшеүселәр булһа ла, бармаҡ менән генә иҫәп-ләрлек булғандыр... Шулай ҙа 1991 йылда РСФСР-ҙың Юғары Советы 30 октябрҙе Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итә.
(№ 88)

Мутлашыусылар йоҡламай03.11.2016

Мутлашыусылар йоҡламайb]Элек эш хаҡын касса аша биргәндәре һаман хәтерҙә. Һыу буйындай сират теҙелә һәм, ниһайәт, сиратың еткәс кассир баш һыйырлыҡ ҡына тимер рәшәткәле тәҙрә аша ҡыштырлап торған купюраларҙы һуҙа. Эш хаҡы алыу оло байрамға әйләнә торғайны. Хәҙер был эш күпкә ябайлаштырылды, эш хаҡын махсус банк карталарына ғына күсерәләр. Ҡасан теләйһең, ниндәй сумма кәрәк, банкоматҡа килеп сығарып алаһың. Бер яҡтан бик уңайлы, әммә һуңғы йылдарҙа карталарҙан аҡса юғалыу осраҡтарының артыуы хәүефкә һала, башҡа төр мутлыҡтар ҙа йышайған.[/b]
(№ 88)

Ғүмере заяға уҙмаған03.11.2016

Ғүмере заяға уҙмаған  30 октябрь - сәйәси репрессиялар ҡорбандарын иҫкә алыу көнө, 4 ноябрь - Халыҡ берҙәмлеге көнө. Был даталарҙың йәнәш килеүе бер ҙә осраҡлы түгелдер. Өләсәйемдең атай йорто репрессиялар һөҙөмтәһендә селпәрәмә туҙҙырылһа ла, берәйһенә ләғнәт уҡыу түгел, хатта үпкә белдергәнен һис тә хәтерләмәйем! Гел генә берҙәмлеккә, татыулыҡҡа өндәр ине...
Сиражетдинова (Фәр-рәхова) Сажиҙә Абдулла ҡыҙы 1914 йылда Учалы районының Һәйтәк ауы-лында донъяға килә. Атаһы Абдулла тырыш, эшсән, заманына күрә бик бай кешеләрҙән һа-нала. Ғөмүмән, олатаһы Фәррәхтең барлыҡ улан-дары ла уҡымышлы, етеш, дини белемле кешеләр була. Араларынан указной муллалар ҙа сыға бит. Аб-дулла олатайҙың малы ифрат күп була, хатта йылҡыларҙы һанап та тормайҙар. Уйһыу бер урынға өйөрҙәре менән ҡыуып төшөрәләр ҙә, ошо үҙән тула икән, тимәк, йылҡылар һаны теүәл...
(№ 88)

Социаль объекттар ремонтлана03.11.2016

Социаль объекттар ремонтланаb]Социаль учреждениеларҙа ремонт эштәре әүҙем бара. Ҡаланың 4-се, Учалы ауылының 72-се, Мәҫкәү ауылының балалар баҡсаларында инеү урыны, ҡаланың 7-се, Иманғол ауылы балалар баҡсаларында, Миндәктең 6-сы урта мәктәбендә бәҙрәф, Озерный мәктәбендә тамашалар залы төҙөкләндерелә. Уральск ауыл Советында ла йыл һайын бер-нисә учреждениеға иғтибар бүленә. Урындағы һәм республика бюджетынан, төрлө программаларҙа ҡатнашыу һәм бағыусылар ярҙамы менән һуңғы дәүерҙәрҙә, мәҫәлән, китапхана, «Ирәмәл» балалар ижад үҙәге, балалар баҡсаһы, мәктәп ремонтланған. Әлеге мәлдә мәҙәниәт йортонда, спорт клубында эштәр бара. Шулай уҡ, ике йыл элек алыштырыла башлаған мәктәп тәҙрәләре ошо ҡасабаның ир-уҙаманы, «Буринтех» ғилми-производство предприятиеһы етәксеһе Ғниәтулла Ишбаевтың 200 мең һумлыҡ ярҙамы һәм «Реаль эштәр» программаһы буйынса алынған 100 мең һум иҫәбенә алыштырылып бөтәсәк.[/b]
(№ 88)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.