» Гәзиттең номеры: 89

Был донъяла ниҙәр бар?07.11.2017

Был донъяла ниҙәр бар?√ РФ Президенты В. Путин рәсәйлеләрҙе шаҡ ҡатырҙы: илебеҙҙә АҠШ яллаған ойош-малар кешеләрҙең биоматериалдарын йыйыу һәм тикшереү менән аҫтыртын шөғөлләнә.
Иң борсолдорғаны - беҙҙең организм үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынған учреждение Американың Ҡораллы көстәре системаһына инә. Рәсәй Федерация Советының Именлек һәм оборона комитеты рәйесе урынбаҫары Франц Клинцевич былай тип комментарий бирә: «Биология ҡоралы яһайҙар тип раҫламайым, әммә мәгәр бындай хәшәрәт эшкә тотонһалар, юҡ итергә самалаған этностарҙың төрлө тәбиғәт шарттарындағы үҙенсәлектәрен теүәл билдәләү талап ителә». Бындай ҡылмыштарға сик ҡуйыла, тип тынысландырҙы.

√ «Аҡса юҡ, аҡса юҡ!» - тип тылҡығандарына ышаныуы ҡыйыныраҡ. Былтыр Рәсәйҙә миллиардерҙар һаны (доллар иҫәбендә) 25 процентҡа артып, 96 башҡа еткәндәр, тип яҙа «Форбс» журналы. Донъя буйынса миллиардерҙар 2016 йылда байлыҡтарын 17 процетҡа арттырһа, Рәсәйҙә - 37 процентҡа һимерәләр.
Доллар иҫәбендә миллионерҙар һаны артымы буйынса ла алда барабыҙ, шул иҫәптән Ҡытай темптарынан беҙҙә 2 тапҡырға күберәк үрсейҙәр, ти. Ошондай ҡаҙаныштар булғанда, былтыр 20 миллион РФ граждандары ярлы тип танылды (айлыҡ килем 10 мең һумдан ашмай), тип иҫкә төшөрөү ҙә уңайһыҙ кеүек.
(№ 89)

Ҡырын эш барыбер ҡалҡа07.11.2017

Район-ара прокуратура белдереүенсә, «Валена» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рөхсәт иткән документтары булмай тороп, геологик тикшереү һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу маҡсатында 3 участкала ерҙең уңдырышлы ҡатламын һыҙыра.
Прокуратура Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 7.9-сы статьяһы буйынса эш ҡуҙғата (рөхсәтһеҙ урман участкаларын биләү). Һөҙөмтәлә предприятиеға 200 мең һум штраф һалынды. Бынан тыш, прокуратураның күрһәтмәһе буйынса йәмғиәттең вазифалы кешеһе дисциплинар яуаплыҡҡа тарттырыла.
(№ 89)

Бер нөктә - Учалыла07.11.2017

Бер нөктә - УчалылаРус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе «Башҡорт әйләнеше» («Башкирская кругосветка») тип аталған проектҡа тотонған. Ойошманың етәксеһе билдәле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин былай тип аңлатма бирә:
- Киләһе йылы миҙгелгә тиклем Башҡортостандың иң төньяҡ, көньяҡ, көнсығыш һәм көнбайыш сиктәре һәм республиканың географик үҙәге (Яңауыл, Ейәнсура, Учалы, Баҡалы һәм Ғафури райондары биләмәләре) буйынса турист маршруттары һалына. Ахырҙағы нөктәләргә география координаталары яҙылған стелалар беҙҙең йәмғиәт иҫәбенә ҡуйылһа, урындағы властар турист инфраструктураһын (туҡталҡа, усаҡ урындары һәм башҡа) хәстәрләй. Бәлки, ҡайҙалыр мотель-фәлән дә төҙөлөр.
(№ 89)

Көсәйтелгән режимда эшләйҙәр07.11.2017

Көсәйтелгән режимда  эшләйҙәрҺауа торошоноң көйһөҙлөгө һуңғы йылдарҙа тамам үҙәккә үтте. Күреүебеҙсә, быйыл да ҡыш иртә килергә самалай. Элек октябрҙә ағастар саҡ япрағын ҡойһа, хәҙер бер көн эсендә тирә-яҡ аҡ япмаға төрөндө. Исмаһам, һыуытып ҡар шундуҡ ятһа, зарланмаҫ инек.
Әле ни, ҡыш та түгел, яҙ ҙа. Аяҡ аҫты иреп, бутҡаға әйләнгән. Ике көн эшкә күләүектәр кисеп барҙыҡ, аяҡ кейемен нисек киптерергә белмәйһең. Ахырҙа, иртәгәһенә резина итек менән килһәм, туңдырған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көн һайын һауа температураһы боҙоласаҡ, юлда йөрөгәндә уяу булығыҙ, тип смс-хәбәр ебәрә. Алдағы аҙнала ла тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә. Ҡар ҡатыш ямғыр, урыны менән көслө ел күтәрелеүе, секундына 20, 23 метрға тиклем, термометр бағаналарының көндөҙ +3, +4 градусҡа, кистәрен -1, -2 градусҡа төшөүен хәбәр итә. Тотороҡһоҙ һауа шарттары юл һәм торлаҡ хеҙмәттәренең эшен дә ҡатмарлаштыра. Ҡар ҡатыш ямғыр эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн көсәйтелгән режимда эшләйҙәр.
(№ 89)

Был донъяла ниҙәр бар?08.11.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Беҙҙән алыҫ булмаған Екатеринбург ҡалаһының сәләмәтлек һаҡлау идаралығы ВИЧ-инфекцияһы эпидемияһы барлыҡҡа килеүе тураһында рәсми иғлан яһаны. Һәр 50-се ҡала кешеһе (27 мең тирәһе) бөгөнгө көндә дауа табылмаған вирусты тәнендә йөрөтә! Күпселек осраҡта был афәт наркомандарға (Екатеринбургта бәләгә ҡалыусыларҙың 52 проценты) һәм енси тотанаҡһыҙҙарға (46 процент) тура килә тип һис тә тынысланырлыҡ түгел - иҫәпкә ВИЧ-инфекциялы 774 бала алынған! Ата-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ошо мәғлүмәтте балаларығыҙға, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә еткерегеҙ! Яңылыштан, йәшлек йүләрлеге менән бар киләсәктәрен юҡҡа сығарып ҡуймаһындар.
(№ 89)

Халыҡ менән берлектә08.11.2016

Халыҡ менән берлектәҺеҙҙең иғтибарға һөнәри байрамдары айҡанлы РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы И.М. Фәхретдинов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Ильмир Миҙхәт улы һөйләшеүҙе һандарға мөрәжәғәт итеүҙән башланы.
- Ағымдағы йыл ҡала-районда теркәлгән енә-йәттәр һаны 13,8 процентҡа кәмене (884 осраҡ -141), уртаса республикала - 8,0 процентҡа. 10 мең халыҡ иҫәбенә 114 енәйәт тура килә. Енәйәттәрҙе асыҡлау - 68,5% (былтырғы осор менән сағыштырғанда +3,2%), БР буйынса уртаса күрһәткес - 53,9% (+1,2%). Йәғни, төп күрһәткестәребеҙ уртаса республиканан күпмегәлер яҡшыраҡ. Былтырғы осор менән сағыштырғанда йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр 7 осраҡҡа кәм булды (232 осраҡ), ә уларҙы асыҡлау 3,9 процентҡа артты (67,7%). Профилактика саралары арҡаһында урлашыуҙар 131 осраҡҡа кәмене (305), уларҙы асыҡлау 3,4 про-центҡа артты.
(№ 89)

Был донъяла ниҙәр бар?04.08.2015

Был донъяла  ниҙәр бар?2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем осорҙа «Имен ауыл - етеш ил» девизы аҫтында Бөтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу кампанияһы үтәсәк. Иң күләмле эш - ауыл хужалығы ерҙәрен биләгән, ҡош-мал үрсеткән физик һәм юридик берәмектәрҙең исемлеген төҙөү быйылдан башлана. Иҫәпкә алыуҙың эмблемаһы юҡ әле, тәҡдимегеҙ бар икән, httр:/www.kp.ru/contest/ сайтына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Эштәр 2015 йылдың 31 авгусына тиклем ҡабул ителә. Конкурс еңеүсеһенә 50 мең һум приз түләнәсәк. Берҙән-бер сикләү - конкурсантҡа 18 йәш тулған булырға тейеш.
(№ 89)

Әсирлектең әсе көндәре04.08.2015

Минең олатайым Бикмөхәмәтов Айса Бикмөхәмәт улы 1908 йылда Рысай ауылында тыуған. Йәше еткәс, Камилә исемле ҡыҙға өйләнеп, матур итеп донъя ҡоралар. Бер-бер артлы балалары тыуа, ең һыҙғанып колхозда эшләйҙәр. «Әммә ҡәһәрле һуғыш барыһын да селпәрәмә килтерҙе», - тип хәтерләр ине Камилә өләсәйем. Уның вафат булыуына 15 йыл булып китте, ләкин һөйләгәндәре күңелгә уйылып ҡалған.
Һөлөктәй ир-егеттәр менән һуғыштың тәүге айында уҡ Айса олатайым фронтҡа оҙатыла. Белһә икән ниндәй ҡайғы-хәсрәт башына төшөрөн! Әллә яҙмыш, әллә ҡарғыш тигәндәй, олатайым Власов ғәскәренә эләгә.

«Һуғыш башында беҙгә ҡорал да етмәне. Ағас мылтыҡ тотторҙолар ҙа немецҡа ҡаршы торорға ҡуштылар. Һалдаттарҙы һаҙлыҡҡа алып барып кереттеләр ҙә аҙыҡты, «вещмешок»тарҙы бер урынға йыйырға ҡуштылар. Беҙ аптырашып торған булабыҙ. Баҡһаң, беҙҙе Власов немецтарға тапшырырға уйлаған икән»,- тип хәтерләр булған ул.
(№ 89)

Халыҡ мәнфәғәтендә04.08.2015

 Халыҡ мәнфәғәтендә Төбәгебеҙҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙып сыҡтыҡ инде. Партияның урындағы бүлексә етәксеһе Салауат Кәримов аңлатыуынса, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙағы «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре, Учалы депутаттары З.Р. Ғибәҙуллин һәм Р.А. Ғабдуллиндарға һайлаусылар биргән наказдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн БР ҡаҙнаһынан 4 миллион һум бүленә. Бынан тыш, Зәкәриә Рәфғәт улы йәнә 800 мең һумды үҙ предприятиеһынан бүленеүенә ирешә.
Ҡайҙа нимә эшләнәсәге урындарҙа халыҡ йыйылыштарында аныҡланды һәм конкретлаштырылды. Ниндәйҙер яҡшы ниәт әлегә ситтә ҡала икән, борсолорға кәрәкмәҫ - «Реаль эштәр» программаһы артабан да дауам итәсәк. Салауат Марат улы йәнә бер мөһим урынды һыҙыҡ өҫтөнә алды. Билдәле булыуынса, районда параллель рәүештә «БР биләмәләрендә урын-дағы инициативаларға нигеҙләнгән ауыл һәм ҡала ултыраҡтары биләмәләре үҫеше проекттарын бойомға ашырыу» программаһы киң ҡолас йәйҙе. Ике тапҡыр аҡса йыйыу халыҡҡа ҡыйыныраҡ булыр тип самалап, партия проектына һайлап алынған яҡшы эштәргә урындағы кешеләрҙең иғәнәләре йәлеп ителмәйәсәк.

Ә эштәр, ысынлап та, мөһим. Мәҫәлән, Мансур ауыл ултырағы хакимиәте белгесе Гөлсөм Ильина былай тип төшөндөрҙө:
- Мәктәп бик һыуыҡ ине. «Коммунальщик» муниципаль предприятиеһы ныҡлап тотонғас, хәҙер элекке һымаҡ түгел. Шулай ҙа, температура режимы йәһәтендә барыһы ла ал да гөл, тип әйтерлек түгел инде. Тәҙрәләр иҫкергән, ел өрөп тормаһын өсөн ата-әсәләр ситтәрен йәбештерергә күп йөрөнө. Иҫкереү сәбәпле, ҡайһыларын асып та булмай бит! Былтыр бер өлөшө «евро»ға алмаштырылды, хәл һиҙелерлек дәрәжәлә ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Йылыраҡ та, яҡтыраҡ та. Быйыл «Реаль эштәр» программаһы сиктәрендә ҡалған тәҙрәләрҙе яңыртыу хәл ителгәс, әлбиттә, шатландыҡ.
(№ 89)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.