» Гәзиттең номеры: 9

Һапһыҙ ҡула бысаҡ07.02.2017

Һапһыҙ ҡула бысаҡ                        18 мең йыл элек хәҙерге Учалы районы биләмәләрендә Рифей (Урал) тауҙары араһынан урғылып сығып, Баҡшай (Аҙнабай) яланы башында килеп ҡушылған Урал (Яйыҡ) һәм Миндәк йылғалары буйында урынлашҡан ҡаласыҡта, ҡышҡы сатнама һыуыҡтың таңында бер сабый донъяға килде. «О-һо-һо! - тине күршеләре. -Тауышы бик көр, көслө, яңғырауыҡлы сыҡты - батыр, сая булып үҫһен», - тип изге теләктәрен теләнеләр.Ир-егет булып үҫһен, беҙҙе һаҡлаһын, тинеләр. Исемен Рифей тип ҡуштылар.
(№ 9)

Осрашыу йәнле барҙы07.02.2017

Осрашыу йәнле барҙыҠала-районда студенттар декаднигы әүҙем бара. Каникулда булған ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн өҫтәл теннисы, көрәш, мини-футбол, волейбол һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар, төрлө кисәләр, экскурсиялар ойошторола. Студенттарҙың район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашыуы ла инде традицияға әүерелде. Быйыл да һорауҙарын бирергә, тәҡдимдәрен яңғыратырға өс тиҫтәгә яҡын студент йыйылды. Урындағы сәнғәт һәм мәҙәниәт, тау сәнәғәте, ауыл хужалығы колледждары тәрбиәләнеүселәренән тыш осрашыуға Өфө, Магнитогорск, Мәскәү ҡалаларының юғары уҡыу йорттарында белем алыусы яҡташтарыбыҙ ҙа саҡырылды.
(№ 9)

«Туҡмай, тимәк, ярата!?05.02.2016

«Туҡмай икән, тимәк, ярата!» Ниндәй ахмаҡ уйлап сығарғандыр был әйтемде? Моғайын, һуғышырға яратҡан әҙәм ауыҙынан таралғандыр. Ысынында яратҡан кешеһенә ҡул күтәрергә ахмаҡ бәндә генә йөрьәт итер. Психологтар әйтеүенсә, һуғышҡан ир үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтергә тырыша, ҡатын буйһонмай башлаһа, нимә эшләрмен, тип ҡурҡа. Күптән түгел районыбыҙҙа булған ваҡиға бөтә республиканы тетрәндерҙе.
27 ғинуарҙа Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенә 29 йәшлек ҡатындың ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелеүен хәбәр итәләр. Табиптар уның баш һөйәге, мейеһе йәрәхәтләнеүен асыҡлайҙар, бите, тәне 1-се, 2-се дәрәжәлә бешкән, тип диагноз ҡуялар. Енәйәт урынына шундуҡ оператив-тәфтиш төркөм юллана. Полиция хеҙмәткәрҙәренә хәл-ваҡиғалар картинаһын бөртөкләп йыйырға тура килә. Эш барышында инцидент булған йортто тулыһынса тикшерәләр. Күршеләренән һорашалар, кәрәкле дәлилдәрҙе табалар. Шуныһын асыҡлайҙар - ҡатын йәрәхәттәрҙе ире менән ғауғалашҡан ваҡытта ала.
(№ 9)

Донъя егәрлеләр ҡулында05.02.2016

Донъя егәрлеләр ҡулындаАуылдарға сыҡҡан һайын уңған, эшһөйәр кешеләр менән күп осрашырға тура килә. Тормош ауырлыҡтарына ҡарамай ең һыҙғанып донъя көтәләр, хеҙмәт итәләр. Әле бына Ҡобағош ауылына юл тотҡас, ауылдаштары бер һүҙҙән: «Ана, Ғәйфуллин Римде яҙығыҙ, хәтәр шәп кеше», - тинеләр.
Фермерҙың хужалығы әллә ҡайҙан күренеп тора - ҙур йорт, киң ихата. Май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр, һәр ерҙә тәртип.
Рим Булат улы һөнәре буйынса лесник, оҙаҡ йылдар урман хужалығында мастер булып эшләй, ҡыҫҡартыуға эләккәс, эшһеҙ ҡала. 1990 йылдарҙа фермерлыҡ эшен башларға ынтылып ҡуя, ер ҙә ала хатта. Әммә кредит проценттарының юғары булыуы арҡаһында эшен дауам итә алмай, ташларға тура килә. Шулай ҙа ниәтенән һүрелмәй, хыялы күңел төбөндә моронлап, сәғәте һуҡҡанын көтөп ята бирә.
(№ 9)

Сталинград һаҡсылары05.02.2016

1970-се йылдарҙа Межозерный руднигында экскаватор машинисы булып Тунғатар ауылында тыуып үҫкән Ишкилде ағай Байбулатов эшләй ине. Туңғатар түгел, фәҡәт Тунғатар - Тун ҡатар, Тынғатар, руссаға тәржемә иткәндә - «ночной дозор». Әхмәтзәки Вәлиди аңлатмаһы буйынса, Башҡортостан сиген ҡаҙаҡ баҫҡынсыларынан һаҡлау усун туҙулгән ауыл исеме.
Электр ярҙамында эшләгән тау машиналары персоналы даими рәүештә электр хәүефһеҙлегенә имтихан тапшыралар ине. Мин ул саҡта электр машиналарын ремонтлау буйынса энергетик, үрҙә әйткән имтихан комиссияһы ағзаһы. Комиссия рәйесе, баш энергетик Анатолий Иванович Пензин, башҡорт эшселәре рус телен насарыраҡ беләбеҙ тигәстәр, миңә башҡорт телендә имтихан ҡабул итеүҙе тапшырҙы. Имтихан барышында кемдең ҡайҙан килеүе, ғаилә хәлдәре тураһында ла һорашҡылай инем. Бер саҡ имтихан биргән Ишкилде ағай:
- Юлай ҡусты, һиңә күрһәтергә бер нәмә килтергәйнем, һин ундай-бындай менән ҡыҙыҡһынаһың бит, - ти.
-Улайһа имтихан буткәс осрашырбыҙ, - тинем.
(№ 9)

Өс призер28.01.2015

Өс призерРостоши ҡасабаһында ҡышҡы мотокросс буйынса Ырымбур өлкәһе кубогына асыҡ турнир үтте.

Башҡортостанды «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең «Таусы» техник клубы спортсылары кәүҙәләндерә. 125 кубтағы сантиметрлы мотоциклдар класында Марсель Әйүпов беренсе урын яулай, 250 кубтағы сантиметр класында яҡташыбыҙ Илдус Сөләймәнов шулай уҡ беренсе булһа, Евгений Воронин икенсе килә. Әйткәндәй, 16 йәшлек Евгенийҙың мәртәбәле ярышта иң йәш спортсы булыуы асыҡлана.
(№ 9)

Эмблема раҫланды28.01.2015

Эмблема раҫланды2015 йыл Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан республикаһында билдәләнәсәк йылдың эмблемаһы раҫланды.

Декабрь аҙағынан ғинуарҙың тәүге яртыһына тиклем мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы эмблема проектына конкурс иғлан иткән ине. Профессионал рәссамдарҙан тыш, ябай халыҡтан, шул иҫәптән балаларҙан бөтәһе 114 эш ҡабул ителеп, махсус комиссия тарафынан ҡаралды. Эмблема образлы, сағыу, шул уҡ ваҡытта аңлайышлы, ыҡсым, төрлө форматтарға ярашлы булырға тейеш тигән талап ҡуйылды. Һөҙөмтәлә, ¤фөнән «РАМПА. Башҡортостан мәҙәниәте» журналы редакторы Игорь Тонконогийҙың эше иң яҡшыһы тип табылды.
Эмблеманың төп элементы - ҡаҙ ҡауырһыны. Уның өҫкө яғы Пегас һәм Аҡбуҙат ҡанаты кеүек (ҡанатлы аттар - илһам һәм Башҡортостан символдары). Өҫтөндә - ҡурай сәскәһе урынлашҡан. Ҡауырһын эҙе республика флагын һынландыра. Эмблеманың аҫҡы яғында йыл күрһәтелгән (2015) һәм башҡорт, рус телдәрендә «Әҙәбиәт йылы» тигән яҙыу бар. Яҙыу «Bannikova» шрифтында бирелгән. Эмблемала өҫтөнлөк алған төҫ - күк.
(№ 9)

Хат яҙығыҙ!28.01.2015

Мулдаҡай ауылы ҙур: мәктәп, ике балалар баҡсаһы, дауахана, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылда 40-50-ләп ир-егет кәләшһеҙ йөрөй - нисә ҡоролмаған ғаилә, тыумаған бала. Ә ауылдың киләсәге йәштәр ҡулында бит. Әйҙәгеҙ ошо мәсьәләне күмәкләп хәл итәйек. Әҙәм балаһы донъяға ише менән тыуа. Йәрен тапмаған донъя көтөрлөк бынамын тигән ҡыҙҙар ҙа барҙыр. Беҙгә ғаиләһеҙ ҡыҙҙар-егеттәр үҙҙәре, уй-хыялдары хаҡында хат яҙһа ине. Мулдаҡай мәҙәниәт йортонда һеҙҙең өсөн «Аулаҡ өй» ойоштороп, осраштырырға әҙербеҙ. Беҙҙең адрес: Мулдаҡай ауылы, Дуҫлыҡ урамы, 13. Шулай уҡ, 7-52-77 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
(№ 9)

Бер кем дә онотолмаһын27.01.2015

Илебеҙ фашист илбаҫарҙарын еңеү тантанаһын билдәләү ваҡыты ла етеп килә. Оло байрамды рәсми рәүештә генә түгел, бар күңелдән, бар йөрәктән тотоноп, был дата - тере тарих икәнлеген йәш быуынға төшөндөрөп үткәреү зарур. Тик бына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар йылдың-йылы кәмей бара, бик аҙ ҡалдылар улар, иҫәндәренең дә күбеһенең сәләмәтлеге йәштәр менән осрашыуҙарға йөрөргә мөмкинселек бирмәй. Күп яҡташтарыбыҙ фронттан ҡайта ла алманы… Ә әлеге тыныс тормошобоҙ, Ватан өсөн яуға баҫҡан бер кем дә онотолмаҫҡа тейеш!

Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, РТС биҫтәһендәге китапхана уҡыусыларына мөрәжәғәт иттек - һуғышта ҡатнашҡан ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашайыҡ. Уҡыусылар битараф ҡалманы. Мәҫәлән, Марат Батыршин олатаһы тураһында яҡшы хәбәрҙар икән, материалдарҙы папкаға туплап килтерҙе. Бакир Мөхәмәҙей улы Ғәлимов 1907 йыл Учалы ауылында тыуа. Пулеметсылар взводы командиры. Калининск фронты составында алыша, 1942 йылдың 2 апрелендә һәләк була. Ә бына ҡайҙа ерләнгәнлеге оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ ҡала. Ҡатыны Мәрйәм Сабир ҡыҙы төрлө ерҙәргә хаттар яҙа торғас, яугирҙың ҡәбере Калинин өлкәһе, Ржевск районы, Кувшинск ауыл Советы биләмәһендә икәнлеге асыҡлана. Марат Батыршин өләсәһе менән бергә туғандар ҡәберлегенә барып, батырҙарса һәләк булған олатаһына һуңғы хөрмәт күрһәтеп тә ҡайтҡан икән.
(№ 9)

Тере Салауатыбыҙ!27.01.2015

Тере Салауатыбыҙ!«Китап» нәшриәтендә «Бөйөк Салауат» исемле әҙәби-нәфис китап баҫылды. Унда Салауат Юлаевтың үҙенең шиғырҙары һәм уның хаҡында быуаттар һуҙымында башҡорт, татар, рус, инглиз, төрөк, сыуаш, белорус һәм башҡа телдәрҙә ижад ителгән әҙәби әҫәрҙәрҙең өлгөләре тәҡдим ителә. Йыйынтыҡҡа индерелгән авторҙар араһында байтаҡ учалылар ҙа абайлана: Гүзәл Ғәлиева - «Салауаттың рухы тере» шиғыры, Спартак Ильясов - «Салауат батыр халыҡ хәтерендә» мәҡәләһе. Ә Өргөн ауылында йәшәгән БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рамай Ҡаһирҙың дүрт шиғыры алынған - «Еңеүсе», «Салауаттың әйткәне», «Булайыҡ Салауаттай!» һәм «Тере Салауатыбыҙ!». Һуңғыһынан өҙөк килтереп китәйек, был шиғри юлдар айырыуса ныҡ тетрәндерә:
Бөтөп бара, имеш, тиҙәр,
Һеҙҙең башҡорт затығыҙ.
Бары таш һын ғына, тиҙәр,
Һеҙҙең Салауатығыҙ.
Алдай улар, ышанмағыҙ,
Тере Салауатыбыҙ!
(№ 9)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.