» Гәзиттең номеры: 90 » Страница 2

Донъя хәлдәре06.08.2014

Донъя хәлдәре* Башҡортостан Украина ҡасаҡтарын - яҡынса 5000 кешене - урынлаштырыуға квота алды. Был хаҡта Украинанан китергә мәжбүр булған граждандарҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу һәм социаль яраҡлаштырыу эштәрен ойоштороу мәсьәләһе буйынса Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән селектор кәңәшмәһендә әйтелде.
Бөгөн Рәсәйҙә Украинанан килгән 150 меңгә яҡын ҡасаҡ иҫәпләнә. Уларҙың күпселеге Ростов, Белгород, Воронеж өлкәләрендә урынлашҡан. Был төбәктәр күсеп килергә мәжбүр булғандарҙы ҡабул итеүҙә ҡыйынлыҡ кисергәнгә күрә, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте кимәлендә уларҙы илдең төпкөлөнә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
«Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарына ҡасаҡтар һанының артыуына әҙер булырға кәрәк, - тине Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып. - Уларҙы урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеү һәм тейешле йәшәү шарттарын булдырыу өсөн барыһын да эшләргә бурыслыбыҙ. Был эшкә етди ҡарауығыҙҙы талап итәм. үҙ теләге буйынса түгел, ә йәшәгән урындарында хәрби бәрелештәр барғанға күрә, беҙҙә һыйыныу эҙләгән кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ».


* Ғаиләлә ир менән ҡатын ни тиклем йышыраҡ талашһа, уларҙың балалары шул тиклем насарыраҡ йоҡлай, тип белдерә Америка ғалимдары. үҙ-ара конфликтта булған ата-әсәнең балаһы тиҫтерҙәре менән бер үк ваҡытта йоҡларға ятһа ла, йоҡлап китә алмай яфалана, йә насар йоҡлай. Шуға ла улар көндөҙ бер туҡтауһыҙ йоҡолары килеүгә зарлана. Саҡ ҡына ла йоҡо туймау һөҙөмтәһендә иғтибарлыҡ түбәнәйә, мейе мәғлүмәтте насар эшкәртә, уҡыуға теләк юғала, тиҙ ҡыҙыусанлыҡ барлыҡҡа килә, тип иҫкәртә табиптар.
(№ 90)

Киндер йә мәк үҫһә06.08.2014

Киндер йә мәк үҫһәНаркотиктар әйләнешенә контроль башҡарыу хеҙмәте иҫкәртә - ер участкаларында наркотик матдәле үҫемлектәр үҫтергән йә ҡырағай рәүештә үҫеүенә юл ҡуйған өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡтар ҡаралған.

РФ Енәйәт кодексының 231-се статьяһына ярашлы, наркотик йә психотроп матдәле үҫемлектәрҙе ҙур күләмдә үҫтергән өсөн ғәйеплеләргә 300 мең һумға тиклем йә 2 йыллыҡ килеме күләмендә штраф һалына. 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә хөкөм ителеүҙәре, 2 йылға тиклем иректәре сикләнеүе йә иректән мәхрүм ителеүҙәре мөмкин. Ошо ҡылмыш алдан килешеп төркөм менән йә айырыуса ҙур күләмдә башҡарылһа, ғәйепле 8 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
РФ Административ кодексының 10.5-се статьяһына ярашлы, рәсми рәүештә иҫкәртелгәндән һуң наркотик йә психотроп матдәле ҡырағай үҫемлектәрҙе юҡ итеү саралары күрмәгән өсөн граждандарға - 1,5-2 мең, вазифалы кешеләргә - 3-4 мең, юридик берәмектәргә 30-40 мең һум күләмендә штраф һалына. Шул уҡ закондың 10.5.1-се статьяһы буйынса, законһыҙ рәүештә наркотик йә психотроп матдәле ҡырағай үҫемлектәрҙе үҫтергән өсөн граждандарға - 1,5-4 мең, юридик берәмектәргә 100-300 мең һум штраф һалына. Граждандарҙың 15 тәүлеккә тиклем административ рәүештә ҡулға алыныуҙары ла ихтимал.
Бындай үҫемлектәр үҫеүе йә үҫтерелеүе, наркотиктар етештерелеү һәм һатылыу тураһында беләһегеҙ икән, «ышаныс телефоны» аша хәбәр итегеҙ, номеры 3-31-76. Конфиденциаллек гарантиялана.
(№ 90)

Ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ06.08.2014

Ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡУкраинанан килгән мәжбүри күскенселәр статус алыу өсөн иң беренсе ҡала-райондарҙағы федераль миграция хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә тейеш.

Эшкә урынлашыу мәсьәләләре менән, билдәле булыуынса, мәшғүллек үҙәге шөғөлләнә. Бында уларға республика вакансиялар банкында булған буш эш урындары тәҡдим ителәсәк, шул иҫәптән йәшәү урыны ла. БР-ҙың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында күскенселәр өсөн эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй - 8 (347) 251-51-55. Бынан тыш, мәшғүллек мәсьәләһе буйынса айырым ҡағиҙәләргә лә иғтибар итергә кәрәк. Беренсенән, Украинанан килеүсе граждандың Рәсәй Федерацияһы территорияһында ваҡытлыса һыйыныу урыны бирелеүе тураһында таныҡлығы булырға тейеш. Был документ 1 йылға бирелә, уны хәҙер 3 көн эсендә алып була. Икенсенән, РФ субъекты территорияһында ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт алыу шарт. Был граждандың паспортында билдәләнә. Башҡортостанға килгән Украина гражданын эшкә алғас, эш биреүсе уны һалым нерезидентында иҫәпкә ҡуйырға, был хаҡта мәшғүллек үҙәгенә хәбәр итергә бурыслы.
(№ 90)

Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа06.08.2014

Мал аҙығы әҙерләү ҡыҙа Район хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләүгә ең һыҙғанып тотонған. Ауыл хужалығы бүлегенән алған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә 11300 тонна бесән өйөлгән, 20 мең тоннанан ашыу сенаж һалынған.

Сенажға күп йыллыҡ, бер йыллыҡ үләндәрҙе, ҡайһы бер хужалыҡтар торошо насар булған ужым арышын да сабалар.
Йәшел массаның гектар ҡеүәте былтырғы менән сағыштырғанда бер аҙ хөртөрәк, бесән дә йоҡа. Йәй башы ҡоро торҙо, үләндәрҙе яндырып-көйҙөрҙө. Һуңынан ямғыр яуһа ла, көндәр һалҡын тороу сәбәпле, яҡшылап күтәрелә алманылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йышайып киткән ямғырҙар ҡамасаулыҡ тыуҙыра. Мал аҙығын әҙерләргә форсат бирмәй, көндәр бер ҙә йылытырға уйламай. Ошо арҡала ауыл халҡы ла бесәнгә төшә алмай ыҙалай. Шулай ҙа былтырғы кеүек оҙайлы ҡойма ямғырҙар булмаҫ, тип өмөтләнәйек. Уҙған йылы күптәрҙең кәбәндәре «кәмә булып» йылғала йөҙҙө, бесәнде ҡабаттан эшләргә тура килде. Хужалыҡтар баҫыуҙарына инә алмай ыҙаланы, уңыштары ятып ҡалды. Шуға ла әле ауыл эшсәндәре аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша, йәшел ураҡтың ҡыҙған мәле.
(№ 90)

Наурыҙ мәктәбенә мәдхиә06.08.2014

Тарих биттәрендә Наурыҙ мәктәбе үҙенең бар булмышы: милли традицияһы, уҡытыусылар династияһы, белем һәм тәрбиә биреү концепцияһы, педколлективтың әҙәпле мәҙәнилеге, татыулығы, уҡыусыларға, ата-әсәләргә тәрән ихтирамы, мөғәллимлек һөнәренә тоғролоғо, һәм башҡа бик матур сифаттары менән ғүмерлеккә күңел түрендә ҡала килә.

Мәктәбебеҙҙең илаһи маһирлығы - уның уҡытыусыларында, шунда белем алып, оло тормош юлына сыҡҡан уҡыусыларында. Иле-беҙҙең ҡайһы тарафтарында нисәмә быуын сығарылыштары үҙ көстәрен йәлләмәй, тыуған мәктәбенең йөҙөн йыртмай, белем биргән уҡытыусыларының кәңәшен йыҡмай саф күңелдән хеҙмәт итәләр. Ғаилә, мәктәп, урындағы ауыл халҡының күңел берлеге, маҡсатлы эш процесы Наурыҙ мәктәбенең абруйын йылдан-йыл күтәрә, үҫтерә килде. Хәҙер аҙ ғына артҡараҡ, 60-сы йылдар башына кире ҡайтайыҡ әле. Был йылдарҙа урта мәктәп Яйыҡ йылғаһы ярында айырым-айырым 6-7 бинанан (бүрәнә өйҙәрҙән) хасил ине. Шуларҙың иң оҙононда - ҡыҙҙар, малайҙар ятағы, һуңғараҡ, Кәлтәй йылғаһы буйында Сөләймән ағай, Мәфрүзә апайҙар ғаиләһе мәктәп фатирына күскәс, улар йәшәгән йортто ла ятаҡ иттеләр. Беҙ, Мәҫкәү, Ташҡыя, Көсөк ауылы малайҙары шунда йәшәнек. Теге оҙон, ҙур ятаҡта Сораман, Яңы Байрамғол, Һөйәрғол, төрлө ауылдарҙан юғары класс уҡыусылары көн күрә ине. Баҡса буйында уҡыу өсөн класс бүл-мәләре, айырым химия, биология класы, беҙҙе һәр саҡ тартып торған ятаҡ ашханаһы, йомарт күңелле ашнаҡсы Әҡлимә апайыбыҙ. Ул бешергән аштарҙың тәме әле лә телебеҙ осондамы ни!
(№ 90)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.