» Гәзиттең номеры: 91-92

Йәш эшҡыуарҙар өсөн11.08.2014

Йәш эшҡыуарҙар өсөнСибай һәм Баймаҡ ҡалаларында «Стратегия «25-20». Төбәк-ара хеҙмәттәшлек - уртаҡ уңыштың яңы мөмкинлектәре» исемле «Урал аръяғы-2014» инвестицион форумы үтте.

Уның маҡсаты - территория-ара кооперация нигеҙендә ресурстарҙы берләштереү хаҡында профессиональ аралашыу ойоштороу, төбәктәр иҡтисадына оҙайлы шәхси капитал йәлеп итеү технологиялары, инвестицион инфраструктура объекттарын булдырыу һәм үҫтереү мәсьәләләре, шәхси эшҡыуарлыҡ ойоштороуға йәштәрҙе йәлеп итеү.
Форумда Учалыны республикабыҙҙа иң перс-пективалы уҡыу йорттарының береһе һаналған Учалы тау-металлургия техникумы вәкилләне. Мәртәбәле сарала БР Президенты, федераль һәм төбәк власть органдары, үҫеш институттары вәкилдәре, бизнес өлкәһендәге абруйлы эксперттар, белгестәр ҡатнашты.
БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажитдинов үҙ сығышында шәхси эшҡыуарлыҡтың республика үҫеше өсөн төп йүнәлештәрҙең береһе булыуын билдәләне. Дәүләт ярҙамы менән йәш эшҡыуарҙар баҙар шарттарында нығынып китә аласағына ышаныс белдерҙе.
(№ 91-92)

Ҡәҙерле кешеләрем11.08.2014

Тупрағы баҫылып өлгөрмәгән, кәҫләнеп ярмаланып ятҡан ҡәбер эргәһендә торам. Был минең улымдың ҡәбере. Йәшләй генә гүр эйәһе булды, йәне ожмахта булһын балаҡайымдың. Бер-ике аҙым өҫтә атайым, әсәйем, ағайым, ҡустым. Күпме йөрәккә төшкән ҡайғы, күҙ йәше. Әсәйем Хатия Сөләймәнова 1934 йылда Иҫтамғол ауылында еләк бешкән ваҡытта донъяға ауаз һала. Ләкин әсә ҡосағында рәхәтләнеп иҙрәй алмай.

Әсәһе дүрт йәшлек ҡыҙын етем ҡалдырып яҡты донъяларҙан китеп бара. Шунан башлана ла инде етемлек һурпаһын татыуҙары. Үҙенән 8 йәшкә оло Ғилмизада апаһы, 4 йәшкә оло Сафура апаһы һәм 2 йәшлек кенә Дәүләтбай ҡустыһы атай ҡарамағында тороп ҡалалар. Аталары бер йылдан Тирләндән Шәмсиямал исемле тол ҡатынды алып ҡайта. Уларҙың Зөһрә исемле ҡыҙҙары тыуа. Ләкин оҙаҡ бергә йәшәй алмайҙар, 1941 йылда һуғыш башланып, аталарын фронтҡа алып китәләр. Ә үгәй әсәй, ҡыҙын эйәртеп, Тирләнгә кире ҡайтып китә, артыҡ тамаҡтар кәрәкмәгәндер инде. Балалар бер үҙҙәре генә донъя көтөп ҡала. Күпмелер ваҡыттан һуң Ғилмизада апалары тормошҡа сығып китә. Сафура апалары 14 йәшлек кенә көйө вафат була. Әсәйем ҡустыһы менән атай йортонда тороп ҡала.
(№ 91-92)

Мәҫкәүҙән Мәскәүгә11.08.2014

Мәҫкәүҙән МәскәүгәҺәр кемебеҙ тормошта бейек үрҙәргә ынтыла. Ҙур ҡалаларға уҡырға инеү - күпселек абитуриенттар өсөн ҡатмарлы мәсьәлә. Башҡортостан абитуриенттары күберәк Өфөгә тартыла: юғары уҡыу йорттарының күплеге, тыуған ерҙән алыҫҡа китмәү һәм башҡа сәбәптәр быны аҡлай. Ҡайһы бер сығарылыш класс уҡыусылары Мәскәүгә юл ала. Ауыл мәктәбенән баш ҡала университетына уҡырға ингән студенттарҙың береһе - яҡташыбыҙ Дим Аллаяров. Районыбыҙҙа Мәҫкәү мәктәбен тамамлап, Мәскәүҙә Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геологик разведка университетының геофизика факультетында геологик разведка технологияһы бүлегенең беренсе күрсын тамамланы. Дим тыуған ауылынан сыҡҡан беренсе Мәскәү студенты. Мәҫкәү егетенең Мәскәүҙәге тормошон күҙ алдына килтереү өсөн уның менән ҡорған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

- Дим, үҙең менән таныштырып үт әле.
- Мин 1995 йылда Ташҡыя ауылында ғаиләлә беренсе бала булып тыуғанмын. Кү рше Мәҫкәү ауылы мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, Мәскәүгә Серго Орджоникидзе исемендәге геологик разведка университетына уҡырға индем.
- Буласаҡ һөнәреңде ҡасан физика менән бәйләргә уйланың?
- Химия, физика фәндәрен мәктәптә уҡыған саҡта уҡ үҙ иттем. Тәүҙә икеһенән дә имтихан бирергә уйлағайным. Ләкин техник өлкәлә эшләү маҡсаты менән физиканы һайланым. Был фән, минеңсә, тап ир-егеттәр эше менән бәйле булырға тейеш.
(№ 91-92)

«Зәңгәр яғыулыҡ» килә11.08.2014

«Зәңгәр яғыулыҡ» киләЙәшәйешебеҙҙә газдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ул көнкүрешебеҙҙе еңеләйтә, халыҡҡа заманса йәшәргә ярҙам итә, уңайлы шарттар тыуҙыра. Ауыл-ҡасабаларҙа күпләп газ үткәргестәр һалыу республика һәм район етәкселеге эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора.

«Газпром» акционерҙар йәмғиәтенең төбәктәрҙе газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһына ярашлы, районыбыҙҙа ауыл-ҡасабаларҙы «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырыу буйынса һуңғы арала ҙур эштәр башҡарыла. Газ үткәргестәре һуҙыуҙы «Газпром» финанслай, ә урамдарға газ торбалары һалып сығыу рес-публика бюджеты иҫәбенә атҡарыла.
Һуңғы арала республика етәкселегенең тос ярҙамы менән ҡала-районыбыҙҙа бик ҙур эштәр алып барыла. Район буйынса алғанда, ауылдарҙа йорттарҙың - 46, ә ҡалала 90 проценты газға тоташтырылған. Быға тиклем «зәңгәр яғыулыҡ» төбәгебеҙҙең көньяҡ зонаһына ғына һуҙылғайны, бөгөн иһә районыбыҙҙың төньяҡ өлөшөнә лә килеп етеп бара. Әле Мансур, Ильинка, Сәфәр һәм Илсе ауыл-дарында газ селтәрҙәре һуҙыла. Ғөмүмән, киләсәктә «зәңгәр яғыулыҡ»ты Ҡорамаға тиклем алып барып еткерергә уйлайҙар.«Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Учалылағы филиалы хеҙмәткәрҙәре төбәгебеҙҙе газға тоташтырыу өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләргә тырыша. Шулай уҡ башҡарылған эштәрҙе етди контролдә тотоу ҙа уларҙың ҡарамағында.
(№ 91-92)

Луганск - Учалы11.08.2014

Луганск - УчалыРайон хакимиәтендә Украинанан килгән мәжбүри күскенселәр төркөмөн урынлаштырыу буйынса кәңәшмә үтте. 15 граждан, 6-һы балалар - 8, 9, 11, 14 йәшлек малайҙар, 3 йәшлек ҡыҙыҡай, бер бәпес. Бөгөнгә 7 эшкә яраҡлы кү скенсе тау-байыҡтырыу комбинатына һәм тегеү фабрикаһына эшкә урынлашҡан.

Балаларҙы мәктәптәргә беркетеү ҙә хәл ителгән. Өҫтәрендә ни бар, шуның менән генә килгәндәр - һуғыштан ҡасҡанда донúя малы ҡайғыһы ҡалмай инде ул. Хәйер, урындағы властарҙың хәстәрлеге менән көнкү реш мәсьәләләре хәл ителә бара. Шул иҫәптән, урындағы эшҡыуарҙар ярҙам ҡулы һуҙа.
Иң ҙур проблема - торлаҡ. Әле ваҡытлыса тороу пункты тип билдәләнгән ҡаланың бер дөйөм ятағында йәшәйҙәр. Закон буйынса бындай пунктта тотоу ваҡыты 1 айҙан аша алмай, 26 августан да ҡалмай ҡайҙалыр кү сергә тейештәр. Шуға ла фатир йә йорт яллаясаҡтар. Урындағы шарттар менән таныш булмағас, уларға был тәңгәлдә кәңәш ярҙамы кү рһәтеләсәк. Учалы һәм урындағы халыҡты оҡшатҡандар, даими йәшәргә ҡалырға йыйыналар, ти. өмү мән, эшләгәндәр - эш хаҡы, ололар пенсия ала башлағанға тиклем ярҙамға мохтаждар. «Тар кү ңелле булмайыҡ, ү ҙебеҙгә бер ваҡытта ла бындай хәлгә ҡалырға тура килмәһен!» - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды кәңәшмәне алып барған район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко. Сентябрҙә йәнә 40 кешелек мәжбү ри кү скенселәр төркөмөнөң килеү е көтөлә. Уларҙы ваҡытлыса тотоу пункты итеп БДУ вәкиллеге бинаһы билдәләнде. Әлеге мәлдә әҙерлек эштәре бара. Һуңынан даими рәү ештә ҡайҙа йәшәйәсәктәр һәм эшләйәсәктәр - был мәсьәләнең төрлө варианттары өйрәнелә.
(№ 91-92)

«Ҡала ҡапҡаһы»11.08.2014

«Ҡала ҡапҡаһы» Дөрөҫөн генә әйткәндә, төбәгебеҙҙә ҙур төҙөлөш предприятиелары бөтөнләй ҡалманы. Әммә Төҙөү селәр көнө айҡанлы ҡотларлыҡ яҡташтарыбыҙ әле лә бихисап. Районда сафҡа тапшырылған торлаҡтың төп өлөшө шәхси йорт төҙөү селәргә тура килә бит. Тормош ауыр тип кү пме генә зарланһаҡ та, йылдан-йыл ултыраҡтар матурая, һоҡланып туя алмаҫлыҡ өйҙәр ҡалҡып сыға.

Ҡунаҡбай ауыл Советы биләмәләрендә 2013 йылда 700 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған, быйыл 6 айҙа - 320 квадрат метр. Бындай юғары темп апаруҡ һаҡланыр әле, төҙөлә башлаған, сафҡа индерергә кү п тә ҡалмаған йорттар бихисап.
Ҡала яҡын, йөрөп тә эшләргә мөмкин, социаль инфраструктура ярайһы уҡ ү ҫешкән, шуға ла Ҡунаҡбай ауыл Советы ауылдарында йәшәргә теләү селәр етерлек.
(№ 91-92)

Наурыҙ мәктәбенә мәдхиә11.08.2014

(Аҙағы).

Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина менән Мөхтәр Ниғмәт улы айсиндарҙың ғаиләһе ү ҙҙәре бер белем һәм тәрбиә мәктәбе булды уҡыусылар өсөн. Мөхтәр ағай завуч, физиканан ҡыҙыҡлы, әү рәткес лаборатор эштәре хәтеребеҙҙә. Ул - беҙҙең исем-шәрифтәрҙе ү ҙенсә ҡыҫҡартып, «Йә, Шаһи», «Йә, Мирас», «Йә, Хисам», «Йә, Фәтҡул», «таҡтаға сыҡ», «ошо формуланы аңлат», «һиңә бөгөн «ике»! һ.б. фармандары менән иҫтә ҡалған эскерһеҙ ағайыбыҙ.


Ә Зөмәрә Вәлиевна мәктәп коллективы өсөн ү ҙе бер фекер ү ҙәге ине. Уның география дәрестәре ғәҙәти уҡытыусы планына һыйманы. Апай дәрес планы төҙөмәне шикелле. Уй-теләге, дәрес-маҡсаты сикләнмәгән илдәр буйынса сәйә-хәткә, мауыҡтырғыс мажараларға, географик атамаларға, уларҙың тарихына, унда кү ргән кешеләрҙең тормошона, тәбиғәткә арнала. Һәр дәрес - әңгәмә формаһында. Үҙебеҙҙең йәшәгән еребеҙ, уның мөғжизәле мөхитенә, алтын ҡуллы, егәрле, һәләтле хеҙмәт кешеләренә килеп бәйләнә. Тәнәфескә ҡыңғырау яңғырай, ә беҙ һаман уҡытыусыбыҙ һөйләгәненән ал-бырғап, әллә ҡайҙарҙа, уйыбыҙға баш була алмай хыял диңгеҙендә йөҙәбеҙ. Ул мәктәптә эшләгән мәлдән алып, уҡытыусыларҙың да, бигерәк тә уҡыусылар ҙың да кәйефтәре кү тәрелеп киткәндәй тойолдо. Үҙенең сикһеҙ энергияһы, эшкә мөкиббән китеү е, фәненә тоғролоғо, иң мөһиме, кешеләрҙе тәрән ихтирам итеү е менән бар уҡытыусыларға «эш сәме» өҫтәне булһа кәрәк. Зөмәрә Вәли ҡыҙы бер ваҡытта ла уҡыусыны кәмһетмәне, әрләмәне. Кү ҙҙәренән осҡон сәсеп, бер йылмайыуы ғына ла уҡыусыһы өсөн оло баһа булғандыр.
(№ 91-92)

Хәтерҙә ныҡлы уйылған11.08.2014

«Дин һәм милләт айырмаһына ҡарамаҫтан, кешеләргә ярҙам итеү - иң юғары гуманистик сифат һанала».
Фатих Кәрими.


Күпте күргән, күпте кисергән илебеҙ бәләгә тарыған башҡа дәүләт халыҡтарының яҙмышына бер ваҡытта ла битараф булманы. Бөгөн яҡлау һәм һаҡлау һорап мөрәжәғәт иткән Украина кешеләрен Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостандың ҡала һәм ауылдары һис икеләнмәйенсә ҡабул итә. Замана үҙ шарттарын ҡуйып, ҡаршылыҡтар тыуып тороуға ҡарамаҫтан, намыҫыбыҙ беҙҙән кешелекле булыуҙы һорай.
Оло быуын кешеләре иҫләйҙер, Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Башҡортостанға күсерелгән Украина граждандарын туйындырырға, кейендерергә, торлаҡ һәм эш менән тәьмин итергә кәрәк булғас, Учалы районы ла, бар мөмкинлектәрен файҙаланып, был оло бурысты хәл иткән.
(№ 91-92)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.