» Гәзиттең номеры: 91

Йыр - ул үлемһеҙ тарих15.11.2017

Учалы район китапханаһы район мәҙәниәт йорто менән берлектә «Башҡорт музыкаһы - бөйөк сәнғәт» исемле мәҙәни сара үткәрҙе.
Башҡорт йыры, башҡорт моңо… Ул башҡа һис бер нәмә менән тиңе булмаған айырым бер күренеш. Унда ысынында яҡты нур, саф мөхәббәт балҡышы. Башҡорт үҙенең бар булмышын йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моңға һалған һәм был моң, әйтерһең, йәйғор булып балҡып, барыр юлдарын быуаттарҙан-быуаттарға ол-ғаштырып тора.
Беҙҙең маҡсат башҡорт халҡының йыр-моңдарының тарихын халыҡҡа еткереү, йәш быуынға аңлатыу, йырҙар нисек яҙылыуын, ҡайҙан алып композиторҙар уны ижад итеүен һәм тарихын һөйләп китеү ине.
(№ 91)

Һыйлы көнөң - һыйырҙа15.11.2017

Һыйлы көнөң - һыйырҙа«Һыйлы көнөң һыйырҙа», - тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит халҡыбыҙҙа. Бөгөн ауылда йәшәүсе егәрле кешеләр күпләп һыйыр аҫрай. «Ағы барҙың туғы бар», тигәнде лә иҫкә төшөрәйек - егәрле хужабикәләр көн һайын һөттән төрлө-төрлө ризыҡ әҙерләп, ғаиләләрен һыйлай.Үҙҙәренән артҡанды ҡала баҙарына килтереп һатырға ла өлгөрәләр, ярайһы уҡ табыш алалар.
Ҡаланың Ленин майҙанындағы элекке «Ағиҙел» магазины ҡаршыһында бихисап һөт ризыҡтарын һатыусыларҙы күрергә була.
Бына был юлы ла ағас йәшниктәр өҫтөнә ауыл ниғмәттәре ҡуйылған, беҙ килгәндә ҡыҙыу һатыу эше бара ине. Һатып алыусылар ҙа байтаҡ күренә. Кемдер ҡорот һорай, кемдер эремсек тәмләп ҡарай, кемгәлер ауыл ҡаймағы кәрәк.
Олораҡ йәштәрҙәге апай менән һөйләшеп киттек. Ул күрше ауылдан килгән икән.
- Хаҡлы ялдамын, әммә ҡиммәтселек заманында бәләкәй генә пенсияға йән аҫрап буламы һуң?! Студент ҡыҙ үҫтерәм, улым мәктәптә уҡып йөрөй. Балаларҙы уҡытырға, кейендерергә кәрәк. Ауылда мал тотмай йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. «Эшләгән - тешләгән», - тип боронғолар дөрөҫ әйткән. Һөт ризыҡтары һатыуҙан килгән аҡса иш янына ҡуш - ғаилә бюджетында берәй «тишек»те ямарға етә. Хәҙер халыҡ хәләл ризыҡтар менән туҡланыуҙың мөһимлеген аңлай башланы, ауыл продукцияһына һорау ҙур, - тип бәйән итте ул.
(№ 91)

Был донъяла ниҙәр бар?15.11.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Америка Советтар Союзынан шул тиклем ныҡ ҡурҡҡан булған икән. Илебеҙҙе тарҡатыуҙарына 26 йыл үтте, ә һаман тыныс-лана алмайҙар. 7 ноябрҙе «Коммунизм ҡорбандарының милли көнө» тип билдәләйҙәр. Был тапҡырҙа ла АҠШ президенты хакимиәте: «...коммунистик режимдар 100 миллиондан ашыу кешене үлтерҙе. Коммунизм философияһы азатлыҡ, үҫеш һәм кеше ғүмере хаҡы менән бергә һыйыша алмаҫлыҡ төшөнсәләр», - тип рәсми белдереү яһаны.
Бур барыһына ҡарағанда ла: «Бурҙы тотоғоҙ!» - тип нығыраҡ ҡысҡыра инде ул. Фәҡәт үҙҙәре Американың ерле халҡына геноцид ойоштороуҙары, донъяла беренсе булып тыныс халыҡҡа ҡаршы атом ҡоралы ҡулланыуҙары, планетаның бар тарафтарында яңынан-яңы һуғыш янғындары тоҡандырыуҙары онотолған тиерһең... Әйткәндәй, «үҫеште тотҡарлау» тәңгәлендә лә бәхәс ҡорорлоҡ - Американың финанс системаһы бар донъяны көрсөк бат-ҡылына тарта, шул уҡ ваҡытта социализм тәғлимәтенә тоғро ҡалған Ҡытай алға бик етеҙ елә.


Берәй документ тултырғанда «енес» графаһына «ир-ат» йә «ҡатын-ҡыҙ» тип күрһәтәбеҙ. Бик ябай эш. Ә Германияла Конституция суды (!) айырым ултырыш үткәреп, махсус ҡарар сығарҙы - берәй кеше ошо һорауға яуап бирергә теләмәй икән, графаны буш ҡалдырырға хоҡуҡлы. Юғиһә, үҙҙәренең ниндәй енес икәнлектәрен айыра алмағандар күбәйә бара, ти. Башҡортса әйткәндә «ҡыҙ тәкәләр» инде, беҙ бала саҡта ҡыҙҙарса ҡыланған малайҙарҙы тап шулай үсекләй торғайныҡ.
(№ 91)

Был беҙҙең тарих!15.11.2017

Был беҙҙең тарих!- 100 йыл элек донъя һәм илебеҙҙе тетрәткән ваҡиғаларҙы һәр кем төрлөсә баһалайҙыр. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ - тап революциянан һуң илебеҙ бар йүнәлештәрҙә лә алға ынтыла, байтаҡ ҡаҙаныштарыбыҙ донъя кимәлендә лә беренсе ине.
Нисек кенә булмаһын - был беҙҙең тарих, ә үҙ тарихын һәр кем ихтирам итергә бурыслы. Хәҙер инде 26 йыл Октябрь револю-цияһына бағышланған демонстрациялар үткәрелмәй, ләкин барыбер был көндә күңел елкенә! Беҙҙең дә бала саҡ Советтар Союзында үтте бит, - тип телмәр тотто социалистик революцияның 100 йыллығына бағышланған митингыла район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко.
Ә үҙәк ҡала майҙанына халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Хаҡлы ялға сығып, олоғайып, хәҙер кеше араһында бигүк күренеп бармаған иптәштәрҙең дә мөһим датаға хөрмәт күрһәтеп митингыға килеүҙәре иғтибарҙы йәлеп итте. Афариндан башҡа баһа юҡ.
(№ 91)

Төҙөкләндереү әүҙем бара15.11.2017

Төҙөкләндереү  әүҙем бараОшо көндәрҙә район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге мөдире Альбина Политавкина менән «Стройзаказсы» муниципаль унитар предприятиеһының баш инженеры Илдар Ғәфүров Миндәк ауылындағы күп функциялы мәҙәниәт йортон һәм Мәҫкәү ауылы мәктәбен байҡап эш сәфәре яһанылар.
Миндәк ауылындағы мөһабәт мәҙәниәт йорто 1959 йылда төҙөлгән. Аңлашыла инде, бөгөнгө көнгә ныҡ ҡына иҫкергән. Уны төҙөкләндереү буйынса капиталь ремонт эштәре быйыл йәй көндәрендә башланған була. Әммә аукционда еңеп сыҡҡан подрядсы үҙ йөкләмәләрен теүәл үтәй алмай, шуға күрә уның менән килешеүҙе өҙөргә тура килә. Һәм ҡабаттан үткәрелгән конкурстан һуң Учалы ҡалаһынан «Монолит» йәмғиәте менән «Силәбе төҙөлөш компанияһы» подрядсы булып эш башлайҙар.
(№ 91)

Йәшәү рәүеше сәләмәт булһын15.11.2016

Йәшәү рәүеше  сәләмәт булһынҠала-райондың предприятие, ойошма-учреждение, ауыл Советтары хеҙмәткәрҙәре үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй, ә төрлө кимәлдәге ярыш-сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Уҙған шәмбе булып үткән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр фестивалдәре уларҙың спорт менән дуҫлыҡтарын дәлилләне.
Ижад һарайының спорт залы гүзәл зат вә-килдәре менән тулған. Ярыш башланғансы берәүҙәр баскетбол кәр-зиненә туп ырғытып, икенселәр сәпкә уҡ атып оҫталығын шымарта. Шундуҡ иғтибар оло йәштәге апайға төштө. Көйәрмәнгә оҡшамай - спорт костюмы кейгән, тәүәккәл йөҙ менән баҫып тора. Рима Ғәлимйәнова фестивалдең иң оло ҡат-нашыусыһы икән, уға 80 йәш.
(№ 91)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.