» Гәзиттең номеры: 92

Ауылым тормошон йәмләй уларКисә, 09:31

Ураҙ китапханаһы һәм мәҙәниәт йортонда үткәрелгән саралар гөрләп тора.
Китапхана мөдире Нәркизә Шәйәхмәтова - байрамдарҙы ойоштороусы ғына түгел, шулай уҡ йырсы, «Оҫта ҡулдар» бәйләм түңәрәге етәксеһе лә. Һәр кисәлә әүҙем ҡатнашыусы ошо түңәрәк ағзалары - ауылыбыҙҙың ҡотон, рухын һаҡлаусылар, милләтебеҙгә битараф булмаусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Бәйләм түңәрәгенә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн шулай уҡ йәш быуынды тәрбиәләү, ололарҙы хөрмәтләү, ғөмүмән, донъя ҡотон һаҡлау - йәшәү рәүеше ул. Кәрәк икән, тәнҡитләп, вайымһыҙҙарҙы тормош асылына ҡайтарырға ла ярҙам итерҙәр.
Донъяларын да күркәм итеп көткән, репетицияларға ла йөрөргә ваҡыт тапҡан иҫ киткес егәрле һәм мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мәҙәни сараларҙа ла иң әүҙемдәре.
Ошоға дәлил булып күптән түгел Ынйы һәм Риф Шәриповтар тарафынан тергеҙелгән «Ураҡсы ҡыҙ» фольклор ансамбле тора.
Октябрь башында «Һуң түгелдер...» исемле кисәне Нәркизә Шәйәхмәтова ауыл хакимиәтендә, китапханала, почтала һәм мәҙәниәт йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ололарға арнап үткәрҙе. Күңелдәре күтәрелеп, күҙҙәре осҡонланып, дәртләнеп киткән ағай-апайҙарға ҡарап йәштәр ҙә үҙҙәренә сәм, ҡот, нур алғандай булдылар.
(№ 92)

Ҡурай яһау оҫтаһыКисә, 09:27

Ҡурай яһау оҫтаһыҠурай - халҡыбыҙҙың тарихы, асылы, йыры, моңо, йәне. Уның моңон сәғәттәр буйы тыңларға әҙермен. Шуға ла Уральск ҡасабаһында милли уйын ҡоралын эшләгән кеше йәшәгәнен ишеткәс, шундуҡ үҙе менән осрашырға ашыҡтыҡ. Башҡорт рухлы уҙаман бик кәрәкле кәсепкә тотонған.
Оҫтаны урта йәштәрҙәге, олпат ир-уҙамандыр, тип күҙ алдына килтергәйнем, яңылышҡанмын, ҡапҡаны беҙгә йәш егет асты. Башҡорт рухлы уҙаман бик кәрәкле кәсепкә тотонған.
Дим Рәфҡәт улы Мөжәүиров Уральскийҙан. Ҡурайҙа уйнарға бәләкәйҙән өйрәнә. Заманында Рәйес Низаметдиновтан ҡурай дәрестәре ала. 2000 йылда Өфө сәнғәт училищеһының, башҡорт музыка ҡоралдары бүлегенә уҡырға инә, артабан сәнғәт академияһында белемен камиллаштыра. Буш ваҡытында Башҡорт дәүләт педагогия университетында, педагогия колледжында, ҡаланың 20-се мәктәп-гимназияһында ҡурай дәрестәренән уҡыта.
Һуңынан тыуған ауылына ҡайта, үҙҙәренең «Ирәмәл» ижады үҙәгендә эш башлай, ете йыл балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтә. Балаларға шөғөлләнергә ҡурай етешмәүе уны милли уйын ҡоралын яһарға тотонорға мәжбүр итә лә инде. Бер кем дә өйрәтмәй, үҙ белдеге менән эшләй, сөнки күпме генә үтенһә лә, оҫталарҙың серҙәре менән бүлешәһе килмәй. Сәмле егет ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел, йыл ярым ваҡыт эсендә инструментты яһау нескәлектәрен тулыһынса өйрәнә.
(№ 92)

Ахунда - яңыртылған спорт залыКисә, 09:19

Ахунда - яңыртылған спорт залыАхун ауылында ремонттан һуң спорт залы файҙаланыуға тапшырылды.
Был көндө мәҙәниәт йорто бинаһында урын-лашҡан спорт залы бала-саға, өлкәндәр менән тулған ине, тантаналы асыу уңайынан бында бәләкәй йәштәге балалар араһында мини-футбол буйынса турнир ойошторолдо, бихисап спортсы ҡатнашты.
Ремонт эштәре Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы менән атҡарылған, йәмғиәт был маҡсаттан 1 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән.
- Бина элекке колхоз заманында 1985 йылдарҙа төҙөлгән, ошо ваҡыттан алып яҡшы ремонт күргәне булманы. Иҙәндәрен алмаштырҙыҡ, стеналары буялды, аҡ-ланды. Ике йыл элек «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Реаль эштәр» проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында түбәһен алмаштырғайныҡ.
Киләсәктә бинала тулыһынса реконструкция үткәреү күҙаллана. Әйткәндәй, тау-байыҡтырыу комбинатының даими ярҙам күрһәтеүенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Йәмғиәттең профком рәйесе, депутатыбыҙ Амур Зәйнуллин бер ваҡытта ла һорауыбыҙҙы кире ҡаҡмай, проблемала-рыбыҙҙы хәл итергә тырыша. Киләсәктә комбинат ярҙамы менән Ҡыйҙыш ауылы клубының тәҙрәләрен алмаштырырға, бинаның эсен төҙөкләндерергә ниәтләйбеҙ, - тине ауыл хакимиәте башлығы Әмир Харисов.
(№ 92)

ФотофактКисә, 09:13

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Шәһиҙә һәм Әмир Әминевтар ғаиләһенә йылмайҙы. Уларға бүләккә графин һәм стакандар йыйылмаһы эләкте.
Әминевтар Бурансы ҡасабаһында йәшәйҙәр. Ғаилә башлығы ғүмер буйы прокурор, тәфтишсе булып эшләгән. Оҙаҡ йылдар Учалы районы һәм ҡалаһының халыҡ контроле комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған. Шәһиҙә Хөрмәт ҡыҙы бухгалтер булып хеҙмәт иткән. Өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
(№ 92)

«Зәңгәр ҡош»та сығыш яһаныКисә, 09:11

«Зәңгәр ҡош»та сығыш яһаныЯҡташыбыҙ, «оркестр ҡыҙыҡай» исеме алған Яңы Байрамғол ауылы һылыуы Ләйсән Золотарева Мәскәүҙә «Зәңгәр ҡош» Бөтә Рәсәй конкурсында сығыш яһаны.
Ләйсән жюри ағзаларын үҙенең ғәҙәти булмаған тауышы һәм бер юлы бер нисә музыка ҡоралында уйнау һәләте менән таң ҡалдыра.
Яҡташыбыҙ «Башҡортостан» дәүләт телерадио-компанияһы ойошторған «Ал сәскә» телевизион конкурсында ҡатнашып ҙур билдәлелек яулай, быйыл көҙ иһә «Таланттар ере» бөтә Рәсәй конкурсында еңде.
Уның ҡатнашлығында «Зәңгәр ҡош» тапшырыуын 19 ноябрҙә 18.00 сәғәттә «Россия 1» каналында ҡарап буласаҡ.
(№ 92)

Мөстәҡиллеккә - бер быуат!Кисә, 09:04

Мөстәҡиллеккә - бер быуат!Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә барлыҡҡа килә. Был датаға ҙур әһәмиәт бирелә, хатта РФ Президенты В.В. Путин 2019 йыл Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Бик хуп, тик тап ошо көндәрҙә был байрамға нигеҙ һалған оло ваҡиғаларға йөҙ йыл тулыу тураһында ла онотмайыҡ.
Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, 1917 йылдың Февраль революцияһынан һуң башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙә милли-территориаль автономия ҡороуҙы юллаған хәрәкәт көсәйә. Ырымбурҙа I һәм II Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы уҙа; был йыйындарҙа федератив Рәсәй составында «милли-территориаль рәүештә демократик республика» төҙөү зарур, тип ҡарар ҡабул ителә. Ҡоролтайҙа Башҡорт Үҙәк Шураһы һайлана.  
(№ 92)

Егеттәр  һынатмай21.11.2016

Егеттәр  һынатмайУчалы ауыл хужалығы колледжы (былтыр 98-се һөнәрселек училищеһы статусын ошо исемгә үҙгәртте) ҡала-районыбыҙҙа ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто. Һуңғы йылдарҙа республиканың төрлө төбәктәрендә эшләгән училище-колледждарҙың хәле еңелдән түгел, белем усаҡтарына ябылыу хәүефе янай, студенттар һаны йылдан-йыл кәмей.
Беҙҙең 98-се һөнәр-селек училищеһын да урап үтмәне был проблема, уны ябыу-ҡушыу тураһында күп һүҙ ҡуҙғалтылды. Ниһайәт, ҙур тырышлыҡ менән уҡыу йорто һаҡланып ҡалды, колледжға әйләнде. Күреүебеҙсә, студенттар һаны ла арта бара. Быйылғы уҡыу йылына планды тулыһынса үтәгәндәр, 100 студент йыйғандар. Уҡырға теләүселәр кү-бәйгән, хатта урындар етмәй башлаған. Ситтән, алыҫ ауылдарҙан уҡығандарҙың барыһы ла ятаҡ менән тәьмин ителгәндәр. Әммә уҡыусылар һаны артыу сәбәпле ятаҡ мәсьәләһе киҫкен тора. Колледж етәкселеге ошо проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй.
- Мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек, ата-әсә-ләр менән әңгәмәләр үткәреү үҙен аҡланы, планды 100 процентҡа үтәнек. Киләһе йылға 125 студент алырға тейешбеҙ, - ти директор Марат Ғәйнуллин.
(№ 92)

Замандан ҡалышмай14.08.2015

Замандан ҡалышмайБаш ҡалабыҙҙа хаҡлы ялдағы ололар араһында компьютер грамоталығы буйынса III республика чемпионаты үтте. Ярышта Белорет, Учалы, Туймазы, Өфө ҡалаларынан һәм Дүртөйлө, Саҡмағош, Кушнаренко, Ҡалтасы райондарынан 14 кеше көс һынашты. Уларҙың барыһы ла «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы ҡатнашыусылары.
Конкурсанттарға финалда дүрт һынау әҙерләнгән. Тәүгеһен (презентация) улар өйҙә эшләп килтерергә тейеш булалар. Икенсеһендә - билдәләнгән параметрҙарҙа ҙур булмаған текст баҫыу, уға һүрәт ҡуйыу, яҙыуҙың стилен һәм шрифтын үҙгәртеү ҡаралған. Өсөнсө этапта «Яндекс» эҙләү системаһы аша БР Хеҙмәт министрлығы сайтын табып, унан министрлыҡ белгестәре хаҡында мәғлүмәттең күсермәһен айырым файлға урынлаштырыу һорала. Һуңғыһында иһә хаҡлы ялдағылар дәүләт хеҙмәттәр порталына инеп, Пенсия фонды, Хеҙмәт һәм мәшғүллек федераль үҙәге, социаль страховкалау фонды тәҡдим иткән хеҙмәттәр күләмен билдәләргә тейеш булалар. Барлыҡ финалистар ҙа һынауҙарҙы уңышлы атҡарып сыға, шулай ҙа иң етеҙ һәм сифатлы эш тип Учалы вәкиле Фатима Алтынбәкованың һөҙөмтәләре баһалана.
(№ 92)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.