» Гәзиттең номеры: 93-94

Тарихта ғына ҡалһын14.08.2015

Һуғыш эҙемтәләре – ҡаҙылған окоптар, бомба, снаряд соҡорҙары ер менән тигеҙләнеп, йәшел үлән менән ҡапланған хәҙер. Әммә һуғыш яралары күңелдәрҙә уйылып ҡалып, быуындарҙан-быуындарға күсеп килә. Һыуыҡ окоптарҙа µшµп-туңып, оҙон-оҙон яу юлдары үткән яугирҙарҙың береһе Закир Мостафин 1911 йылдың 7 февралендә Үрге Урал өйәҙе, Тамъян-ҡатай кантонының Ҡаҙаҡҡол ауылы Күбәләк-Тиләү волосында тыуған. Ул үҙенең тәбиғәте менән бик күңелсәк, алсаҡ, кешеләр менән иркен аралашыусан, ярҙамсыл кеше ине. Беҙҙең атай үҙе шағир булмаһа ла хисһеҙ йәшәмәне. Бала саҡ, йәшлек хәтирәләрен, үҙенең һуғыш тураһындағы иҫтәлектәрен барлап, дәфтәргә яҙып сыҡҡан.
Атаһы Әхмәҙи олатай рус телендә тµплµ белем алған грамоталы кеше була. Ғәҙеллеге, намыҫлылығы менән бµтә тирә-яҡта абруй, хµрмәт ҡаҙанған. Ҡаҙаҡҡол волосында оҙаҡ йылдар ҡыҙыл милиция начальнигы вазифаһын башҡара. Ваҡытында Муса Мортазин менән яуға сапҡан яугир олатайыбыҙ 101 йәшендә донъя ҡуйҙы. Әхмәҙи олатайҙың әсәһе Ҡәфиә Зәйнәкәй ауылы ҡыҙы була. Уның бер туған ҡустылары - Хәҙиулла, Ғµбәйҙулла, Хәбибулла Хәйруллиндар. Олатайыбыҙ менән Нәзирә µләсәй 14 балаға ғүмер бирә. Улдары Закир зирәк, теремек малай булып үҫә. Ҡаҙаҡҡол мәҙрәсәһендә уҡып ғәрәп телендә белем ала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Сермән милли мәктәбендә уҡый. Артабан ауылдаш тиҫтерҙәре Моталлап Хәкимов, Сабит Ғибәҙуллин менән өфөләге халыҡ мәғарифы институтына уҡырға инәләр. Атайыбыҙ йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем була, уҡыуҙа ла µлгәшә.
(№ 93-94)

75-тең ҡоролоҡ михнәттәре14.08.2015

Теүәл 40 йыл элек 1975 йылда илебеҙҙә ҡот осҡос ҡоролоҡ булды. Шулай буласағы 1974 йылдың кµҙµнән үк билдәле ине, кµҙгә ямғырҙар булманы, ҡыш ҡар бик аҙ яуҙы. Ҡар булмағас, сәсеүгә лә иртә тµшµп, апрель айында уҡ тамамланылар. Май, июнь айҙарында бер тамсы ла ямғыр яуманы, сәсеүлектәр ҙә, сиҙәм ерҙәр ҙә дым юҡлыҡтан ярыла башланы, урыны менән ер ярыҡтары 10 см киңлектә метрҙан ашыу тәрәнлектә ине. Кµндәр бик эҫе торҙо, эҫегә сыҙаша алмай, күгәүендәрҙән ҡасып сәскәкләгән быҙауҙарҙың аяҡтары ер ярыҡтарына тура килеп һынған осраҡтар ҙа булды.
Июнь урталарында уҡ игендең бик аҙ буласағы, бесән һәм һаламдың хужалыҡтарға ла, халыҡтың малына ла етмәйәсәге кµн кеүек асыҡ ине.Ошоно иҫәпкә алып республика хµкүмәте Украинаның Кировоград µлкәһенә ун райондың хужалыҡтарын һалам әҙерләүгә ебәрҙе. Беҙ «Байрамғол» эшсәндәре лә шунда эшләнек.

Совхоз дирекцияһы үҙенең ун бүлексәһенән эшселәр һәм тракторҙар, автогараждан машиналар бүлеп һалам әҙерләү отряды тµҙµнµ. Отрядҡа Учалы сельхозтехникаһының 16 автомобиле йәлеп ителде. Отряд начальнигы итеп баш инженер булып эшләүсе Мир Ҡустыбаев, уның ярҙамсылары итеп 3-сµ бүлексә агрономы Әүәл Мµхәмәтдинов, мин - участка механигы булып эшләүсе Рәмил Солтанов, экспедитор-тәьминәтсе Николай Кудрин, бухгалтер-учетчик-нормировщик итеп Фәрит Ғәфүров, ашнаҡсылар Роза Ғибәҙуллина һәм Валя Ишемова тәғәйенләнделәр.
18 июндә Учалы станцияһында трактор-ҙарҙы, һалам престарын, прицептарҙы асыҡ вагондарға тейәп, ике ябыҡ вагон эсенә таҡталарҙан ике ҡатлы урындыҡтар эшләп, эшселәрҙе шунда урынлаштырып, эшелон Украинаға юл алды. Автомобилдәр үҙ яйы менән киттеләр.
Тимер юл станцияһы администрацияһы эшелон начальнигы вазифаһын Ҡустыбаевҡа, эшселәр урынлашҡан ике вагонға яуаплылыҡты бухгалтер Ғәфүровҡа һәм Кудринға йµкмәтте.
(№ 93-94)

Киләсәккә юллама14.08.2015

Киләсәккә юллама2015 йыл Рәсәй президенты тарафынан Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле рес-публикабыҙҙа ғинуар айында «Әҙәби нағыш» тип исемләнгән әҙәби марафон старт алғайны. БР яҙыусылар Союзы ағзалары, республика баҫмалары вәкилдәре, милли китапхана, музей хеҙмәткәрҙәре, телсе ғалимдар тәшкил иткән делегация баш ҡалабыҙҙан алып, йыл аҙағынаса республиканың 54 районы буйлап йөрөп сығасаҡ. Ошо көндәрҙә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Учалы ере ҡаршы алды.
- Был марафондың төп маҡсаты - урындарҙа хис-тойғоға бай, ижад ҡомары йоҡҡан, халыҡҡа мәғәнәле фекерҙәр, аң-белем еткерерлек әҫәрҙәр тыуҙырған әҙәбиәтселәрҙе эҙләп табыу. Бигерәк тә төп иғтибар йәштәргә йүнәлтелә. Сөнки киләсәк улар ҡулында, беҙ үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш хәстәрләргә бурыслыбыҙ, - тине делегация етәксеһе, БР яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, тарихсы яҡташыбыҙ Спартак Ильясов. - Әҙип ижады - ул мәҙәниәт сығанағы. Сөнки, яҙыусының әҫәрҙәренән тыш театр, йыр, филармония, китапханалар булмаҫ ине. Әммә, әлегә «яҙыусы» тигән һөнәр танылмаған, бер хеҙмәт кенәгәһендә лә бындай яҙыу юҡ. Шуға күрә, яҙыусы эшенең абруйын, бәҫен күтәреү ҙә беҙҙең маҡсаттарҙың береһе.
(№ 93-94)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.