» Гәзиттең номеры: 96-97

Һоҡланыу хистәрен уяталар11.09.2015

Кәрим ауылында йәшәүсе Хәмитовтар ғаиләһе өсөн быйыл өсләтә байрам. Беренсенән, Маһиямал Зәбәйер ҡыҙы менән Фәрит Вәлиәхмәт улының ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 65 йыл тулған. Икенсенән, илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләне, ә был ғаиләләге һуғыш һәм тыл ветераны тыныс тормош ҡәҙерен яҡшы белә. Өҫтәүенә, Фәрит Вәлиәхмәт улы 90 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай.
Фәрит Хәмитов күп балалы ғаиләнән, алты ҡыҙ араһында бер бөртөк малай була. Малай Муйнаҡ ауылында 7 класты бөткәс, Баймаҡ районында уҡытыусы булып эшләгән апаһына эйәреп шунда күсеп китә. Үҙе лә Темәс техникумына уҡытыусылыҡҡа уҡырға инә, әммә белем алырға яҙмай. Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
1943 йылда уны Баймаҡтан хәрби хеҙмәткә алалар. Алты ай элемтәсегә уҡытҡандан һуң, йәш һалдатты фронтҡа юллайҙар. Ленинград өлкәһендәге айырым элемтә батальонына эләгә ул.
(№ 96-97)

Абруйы юғалмаһын11.09.2015

Элек һөнәрселек училищеларының абруйы бик ҙур булды. Уларҙың ниндәйе генә юҡ ине, йәнең теләгәнде һайла. Ашау-эсеү, кейем-һалым, йәшәү бушлай, бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡтар, етмәһә стипендия ла түләйҙәр. Һуңғы йылдарҙа һөнәрселек училищелары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Сөнки бөгөнгө көндә эшсе һөнәренең абруйы юҡ тигәндәй, мәктәпте тамамлаған ҡыҙ-малайҙар түләүле булһа ла юғары уҡыу йорттарына инергә тырыша, дипплом өсөн генә уҡыйҙар.
Әлбиттә, дипломлы белгес ябай эшсе булып заводҡа, йәиһә ауыл хужалығына бармаясаҡ. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнмәү ҙә, эшсе һөнәренең баһаһын бөтөрә. Учалы ауылының 98-се һөнәрселек училищеһы ҡала-районыбыҙҙа агросәнәғәт комплексына кадрҙар әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бөгөн еңел булмаған осор кисерә. Киләсәктә Баймаҡ ауыл хужалығы колледжының филиалына әйләндереү тураһында ла һүҙ йөрөй. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҡыу йорто коллективы ең һыҙғанып эшләүҙән туҡтамай. Әлеге ваҡытта беренсе курсҡа 30 ғариза ҡабул ителгән, планға ярашлы 100 бала булырға тейеш. Яҡын арала пландың үтәлеренә өмөт бар. Көҙ байтаҡ егеттәр хәрби бурысын үтәп ҡайтасаҡ. Уларҙың күбеһе һө-нәр алырға тап ошо училищеға килә торған. Уҡыусылар һанының әҙ булыуы демографияға ла бәйләнгән. Илебеҙҙә 90-сы йылдарҙа тыуымдың ҡырҡа түбәнәйеүе үҙе хаҡында шулай һиҙҙерә.
(№ 96-97)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.