» Гәзиттең номеры: 97

Ҡатын-ҡыҙҙа - донъя йәме05.12.2017

Ҡатын-ҡыҙҙа - донъя йәмеКүптән түгел ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе күп балалы әсәләргә матур сюрприз яһанылар.
Гүзәл зат һәр саҡ
гүзәл булып ҡалһын

31-37 йәшлек биш гүзәл затыбыҙ «перезагрузка» үтте, йәғни уларҙың ҡиәфәтен тулыһынса үҙгәрттеләр.
- Был проект күп балалы әсәләрҙең образын матур, бөхтә ҡатын-ҡыҙ итеүгә йүнәлтелгән. Нисә бала тәрбиәләүҙәренә ҡарамаҫтан, гүзәл зат һәр ваҡыт гүзәл булып ҡалырға тейеш. Иң мөһиме, балаларыбыҙ иҫән-һау булһын. Әсәләре шат икән, улар ҙа бәхетле, - тине районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тәбрикләп.
Ләйсән Ибраһимова Миндәк ауылынан, алты бала әсәһе. Өлкән улына - 17, бәләкәсенә 4 йәш.
- Байрамдарға биҙәнеп-төҙәнеп йөрөргә тырышам. Күберәк тәбиғи матурлыҡҡа өҫтөнлөк бирәм,- тип фекерҙәре менән уртаҡлашты ханым.
Динара Тимерғәлинаның дүрт балаһы бар, тағы ла бәләкәй ҡустыһын опекунлыҡҡа алған. Бөйҙө ауылында йәшәйҙәр, уңған ҡатын «Уралташ» йәмғиәтендә эш-ләп тә өлгөрә.
Ҡунаҡбайҙан Әлфиә Ғәйнуллина Аҡҡужа балалар музыка мәктәбендә хореографиянан уҡыта, алты балаға ғүмер бүләк иткән.
(№ 97)

Учалыға хөрмәт күрһәтелде05.12.2017

Учалыға хөрмәт күрһәтелдеБашҡортостандың 100 йыллығына арналған «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортос-тан!» исемле халыҡ-ара фестиваль-марафон эстафетаһы старт алды.
Был мөһим мәҙәни һәм сәйәси-социаль сараны асыу хөрмәте тәүгеләрҙән булып Учалы районына йөкмәтелде.
1 декабрҙә баш ҡалала районыбыҙҙан сыҡҡан яҡташтар осрашыуы үтте, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур концерт программаһы ойошторолдо. Тантанала Учалы яҡташтары ойошмаһы етәксеһе, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Әмир Минниәхмәт улы: «Ошо гүзәл фестиваль менән республикабыҙҙың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләй башланыҡ. Сараны асыу буйынса хөрмәтле миссия Учалы районына тапшырылыуына шатмын!» - тип билдәләне.
Осрашыуға БДУ проректоры Юлай Янбаев эш сәфәре менән килгән Аньхой университеты Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге директоры Ши Хуншэн әфәндене лә саҡыра. Учалыларҙың һәләтен Ҡытай ғалимы ихлас күҙәтте, ти. Айырыуса кескәй Ләйсән Золотарева һәм На­жия Аллаярова менән танышыу һоҡладырған. Һуңынан, «Учалыла нисә кеше йәшәй?» - тип һорап ҡуя. Етмеш мең тирәһе икәнлекте белгәс, аптырауын йәшермәй: «Мин йәшәгән Хэфэй ҡалаһында 5 миллион кеше, беҙҙә 70 мең ни бары бер микрорайонға ғына тура килә. Халыҡ самалы булып та, шул тиклем таланттар күплеге иҫте китерерлек!»
Эйе, концерт бик матур һәм күңелле үтә. «Уралтау» бейеү ансамбле, Илнур Юламанов, Вилдан Яруллин, Ләйсән Золотарева, Дилара Иҙрисова, Илнур Лоҡманов һәм башҡа «йондоҙҙар» биҙәй бит сәхнәне.
(№ 97)

Социаль үҙенсәлеккә эйә05.12.2017

Социаль үҙенсәлеккә эйәБашҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә аныҡ комментарий бирҙе:
«2017 йылдың Мөрәжәғәтнамәһе сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә. Төбәк тормошоноң төрлө яҡтарын - ҡануниәт базаһы, иҡтисад, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон үҙ эсенә алыуға ҡарамаҫтан, был юлы төбәк башлығы үҙенең сығышында мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә баҫым яһаны. Республикалағы һәр кеше көн һайын тап ошо өлкәләр менән осраша. Был тармаҡтарҙағы эштәр граждандарыбыҙҙа айырым ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Һуңғы йылдарҙа республикалағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаларында етди яңылыҡтар булды, әммә был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ әле».
(№ 97)

Имен ғаилә - ил терәге05.12.2017

Имен ғаилә - ил терәге«Йәш ғаилә» ҡала-район конкурсын уҙғарыу күптән инде изге йолаға әйләнгән.
Йыл һайын был ярыш йәш парҙарҙы күмәк халыҡ алдында баҙап ҡалмайынса бер бөтөн булып сығыш яһарға өйрәтә. Быйыл да конкурста иң креатив, иң ҡыйыу алты ғаилә көс һынашты: Амановтар, Абзаловтар, Усмановтар, Ғәлимырҙиндар, Хәжиәхмәтовтар һәм Нуретдиновтар. Уларҙың һәр ҡайһыһында, ике йәки өс бала тәрбиәләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ваҡыт һәм теләк табып, ошо ярышҡа килеүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Ярыш биш этаптан торҙо. «Ижади» тип аталған тәүге һынауҙа конкурсанттар үҙҙәренең ғаилә тарихы менән таныштырҙы.
Икенсе этапта «Татлы» конкурсын тамаша ҡылдыҡ. Бында өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо.
(№ 97)

Һылыуҡайҙар билдәләнде05.12.2016

Һылыуҡайҙар билдәләндеБашҡортостан матур тәбиғәте менән генә түгел, ә батыр улдары, һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙары менән дә дан ҡаҙанған. «Яйыҡ» һылыуы» конкурсында ҡатнашҡан һомғол буйлы, сибәр йөҙлө гүзәл зат вәкилдәренә лә ҡарап туйғыһыҙ. Баҫмабыҙҙың 2017 йылғы календарын биҙәүгә быйыл алты ҡыҙ дәғүә итте: Вилиә Фәррәхова, Нурзилә Миңлеғолова, Регина Моратшина, Гөлфинә Ҡунаҡҡолова, Гөлнур Солтанбаева, Зарема Әминева.
Быйыл конкурс еңеүселәрен һылыуҡайҙар өсөн интернет селтәрендә тауыш биреү аша хәл итмәҫкә булдыҡ. Сөнки гәзит уҡыусыларҙың байтаҡ өлөшө интернет селтәре менән ҡулланмай һәм бындай алым беҙҙең осраҡта ғәҙел булмай.
Ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә матур. Берәүҙәренең сибәр йөҙө, нәфис буй-һыны әсир итһә, икенселәренең нескә күңеле, яҡты уй-маҡсаттар менән янып йәшәүе һоҡландырҙы. Шуға күрә ауыр һайлау алдында торған махсус баһалама комиссияһы төп еңеүсене генә билдәләп, башҡа конкурсанттарҙы номинациялар буйынса тәбрикләү ҡарарына килде.
(№ 97)

Уйын дауам итә05.12.2016

Уйын дауам итә«Яйыҡ» гәзите бүләктәр оттороуҙы дауам итә. Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа бара, килгән квитанциялар лотерея ҡумтаһына һыймай башланы хатта. Был юлы тағы өс уҡыусыбыҙ баҫмабыҙҙан иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.
Абҙаҡ ауылынан Рәҡиә Аманова 82-се йәше менән бара. Сығышы менән Малай Муйнаҡ ауылынан.
- Гәзит-журналдарҙы 1955 йылдан алып алдырам, - ти бүләк отоусы. - Ул ваҡытта башҡорт гәзите - «Ураҡ һәм сүкеш», «Йәшлек» - «Ленинсы» гәзите тип атала ине.
(№ 97)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.