» Гәзиттең номеры: 98

«Һәләт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк»13.12.2016

«Һәләт, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк»Сығыш яһағанда тамашасыларҙың хушын алырға тигән маҡсат ҡуймай ул. Тик ни бары бер аҙ баҫалҡы, моңло тауышы, йөҙөндәге мимикаһы, уйсан ҡарашы менән йырҙы бар тәрәнлегендә асып һала, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына түгел, ә көслө зат вәкилдәренең дә күңел төптәренә үтеп инә ала. Үҙ эшенең тәмен белеп башҡарған ысын профессионал тиергә мөмкин уны. Билдәле йырсы, яҡташыбыҙ Ирек Ноғоманов кешеләргә «Йондоҙҙар күп, бик күп һанаһаң», «Ҡайындар араһында», «Ғүмерҙәр үтә икән ул», «Зәңгәр томандар артында» йырҙары аша таныш. Бынан тыш продюсер, аранжировка оҫтаһы, ижад, сәнғәт үрҙәренә үҙ артынан йәштәрҙе лә күтәргән кеше ул. Оҙаҡламай яҡташыбыҙ райондаштарын өр-яңы концерт программаһы менән һөйөндөрмәксе. Ошо айҡанлы Ирек Ноғомановты «Яйыҡ»ҡа ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.
(№ 98)

Сирек быуат бергә!09.12.2016

Сирек быуат бергә!5 декабрҙә район һәм ҡала башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Бер йыл эшмәкәрлек тураһында комитет рәйесе вазифаһын башҡарыусы мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Зилә Шәрәфүтдинова сығыш яһаны. Зилә Ғизетдин ҡыҙы бихисап башҡарылған эштәр, яҡын киләсәккә уй-ниәттәр тураһында ентекләп бәйән итте. Милли үҙаңды уятыу һәм тергеҙеү яйыраҡ күренһә лә, ышаныслы баралыр. Һәр хәлдә лә Ҡоролтай делегаттарын сәләмләгән уҡыусы балалар сығышы барыһын да тетрәндерҙе, ә хәҙер инде сағыу йондоҙсоҡ булып балҡыған Ләйсән Золотареваның «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүе, дөрөҫөрәге, сәхнәләштереп күрһәтеүенән күптәрҙең күҙҙәренә йәш бәреп сыҡты. Афарин, балалар!
Мулдаҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Әмине-ваның телмәре лә тәү сиратта йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышланды:
-Башҡорт телен һаҡлап ҡа-лыу мәсьәләһе киҫкен тора. Донъялағы бар кешеләр бер генә телдә һөйләшһә яҡшы булмаҫ инеме, ниңә туған телдәрҙе һаҡларға кәрәк, тигән һорауҙар юҡ түгел. Һәр тел - Хоҙай биргән байлыҡ! Милләтте милләт итеп һаҡ-лап ҡалыу ҡоралы ул. Күреп торабыҙ бит: әсә телен инҡар иткәндәр үҙ милләттәренән ситләшә, ә барыбер икенсе халыҡ кешеһе булып ки-тә алмайҙар. Кеше шулай яратылған инде, һәр кем өсөн туған тел - күңел бөтөнлөгөн һаҡлау сараһы. Эске донъя үҙ урынында булһын өсөн, туған телдә үҙ-ара аралашырға ғына түгел, ҡоштар тауышын, шишмә ағышын, хатта төнгө тынлыҡты үҙ телеңдә ишетә белергә кәрәк...
(№ 98)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.