» Гәзиттең номеры: 99

Йылдар төпкөлөнән13.12.2016

1897 йылғы перепись буйынса, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол (Зәйнәкәй) ауылында 30 йорт булған, унда 163 кеше йәшәгән. Ауылда мәсеттән башҡа бер ниндәй ҙә учреждениелар булмаған. Уңған, егәрле ғаиләләр араһынан иң байы Нохов Исхаҡ иҫәпләнә. Уның ҡулынан килмәгән эше булмай, күпләп мал аҫрай, тире эшкәртеү, тун тегеү, мейес сығарыу менән шөғөлләнә. Үрге Уралдан әйберҙәр килтереп һата. Бер нисә телдә һөйләшә белә. Ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләй. Рәүеф Насиров үҙенең китабында Ноховтар ғаиләһе тураһында тасуирлап яҙа. Колхозлаштырыу осоронда уны кулак тип ауылдан ҡыуалар. Ғаилә Үрге Урал ауылында төпләнә. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, биреш-мәйҙәр - балаларына юғары белем бирә. Улдары Жәүҙәт Нохов Үрге Урал ҡалаһының «Почетлы гражданины» исеменә лайыҡ була. Ҡыҙҙары Сәлимә менән Мөслимә сит тел уҡытыусылары һөнәрен һайлайҙар. Исхаҡ бабайҙың ейәне бөгөнгө көндә Өфөлә йәшәй, БДУ-ла сит телдәрҙән уҡыта, доцент. Исхаҡ бабай төҙөгән таш һарай бөгөн дә ауылда ултыра.
(№ 99)

Хаҡ - кеше ғүмере13.12.2016

Бөтә донъя СПИД менән көрәш көнөнә район хакимиәтендә «түңәрәк өҫтәл» үткәрелде. Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, үҙәк ҡала дауаханаһының инфекциялар буйынса белгесе Наилә Фәхретдинова, табип-нарколог Шәүрә Юдина, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр менән эш алып барған башҡа учреждение вәкилдәре ҡатнашты.
Наилә Фәхретдинова ВИЧ-инфекциялы граж-дандарға диспансер күҙәтеү башҡарылыуы тураһында бәйән итте. Районда хәл контроль аҫтында, әммә мәгәр 2014 йылда 89 бәләгә тарыған кеше иҫәптә торһа, былтыр - 102, ә быйыл 109 кешегә еткән: 20 йәшкә тиклем - 5, 30 йәшкә тиклем - 33, 40 йәшкә тиклем - 52, 50 йәшкә тиклем - 16, 60 йәшкә тиклем 3 кеше.
(№ 99)

Тырыштар - донъя тотҡаһы13.12.2016

Тырыштар - донъя тотҡаһыҠошсолоҡ - ауыл хужалығында иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа ҡош итенә һорау арта бара. Был тәү сиратта уның диетик аҙыҡ булыуы менән аңлатыла. Ошоға тиклем ҡураларҙа өйрәк-ҡаҙ өҫтөнлөк итһә, хәҙер иһә халыҡ бройлер үҫтереү менән ныҡлап мәшғүл. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы табыш алыу маҡсатында тота.
Учалы ауылында йә-шәүсе Айһылыу һәм Таһир Ғәббәсовтар бынан өс йыл элек бройлерҙарҙы үҫте-реп итен һатыуға сығара башлай. Был кәсепкә уйламағанда тотоналар, ғаилә тәүҙә эре мөгөҙлө мал аҫрау менән шөғөлләнә. Һыйыр, һарыҡ тоталар. Әммә ҡасабала йәй-геһен көтөү юҡлығы шәхси хужалыҡтарын ҙурайтыуға форсат бирмәй. Малды ҡыр-ға сығармай, йыл әйләнәһенә ҡурала ябыҡ тотоуҙан ни файҙа? Бесән әҙерләүе лә мәшәҡәтле, алыҫ араға йөрөргә кәрәк, сығымдары күп. Ахырҙа, кәңәшләшкәндән һуң, малдарҙы бөтөрөп ҡош-ҡорт аҫрарға ниәт-ләйҙәр. Тәүҙә күрше өлкәләге ҡошсолоҡ фабрикаһынан кү-мәртәләп бройлер се-бештәре һатып алып халыҡҡа һата башлайҙар. Әлбиттә, эш башлауы еңелдән булмай. Яйлап күп нәмәгә өйрәнергә тура килә.
(№ 99)

Оҫталарҙан оҫтараҡ27.08.2014

Оҫталарҙан оҫтараҡ21 август Учалы ҡалаҺында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең «Һөнәрендә иң яҡшы» зона конкурсы үтте. Әбйәлил, Белорет райондары, Сибай Һәм Межгорье ҡалалары вәкилдәре килде. Хужаларҙың намыҫын «Төҙөкләндереү», «Учалыводоканал» муниципаль унитар предприятиелары, «Учалы йылылыҡ селтәрҙәре» акционерҙар йәмғиәте, «1-се торлаҡ-эксплуатация идаралығы» Һәм «Монтажсы» яуаплылыҡтары сикләнгән йәмғиәттәренең алдынғы эшселәре яҡланы.

Сараны башлау тантанаҺында район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Гиләзетдинов конкурсҡа килеүселәрҙе сәләмләп телмәр тотто, ҡыҫҡаса төбәгебеҙ менән таныштырҙы Һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге Һәр кеше өсөн үтә мөҺим икәнлеген Һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-Йылына - 365 көн, тәүлегенә - 24 сәғәт көсөргәнешле эшмәкәрлек алып барған тармаҡ кешеләренә нисек рәхмәтле булмайҺың инде! - тип сығыш яҺаны ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов, - фәҡәт коммуналь-торлаҡ өлкә хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән Учалы хәҙер инде 3 йыл рәттән Башҡортостандың иң төҙөкләндерелгән ҡалаҺы исемен яулап ала.
(№ 99)

Оло эш башҡарыла27.08.2014

Оло эш башҡарылаУрындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ҡунаҡбай ауылы халҡы мәҙәни-тарихи комплексты төҙөкләндереү проектын хуплағайны.

Советтар Союзы Геройы Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәровтың тыуған ауылында яугирҙарға бағышланған Һәйкәл (стела) бар, хәҙер ошо тирәлә матур эскәмйәләр Һәм фонарҙар ҡуйыласаҡ, клумбалар булдырыласаҡ Һәм башҡа эш башҡарыласаҡ. Эштәрҙең дөйөм хаҡы - 1,5 миллион Һум. Шул иҫәптән ауыл кешеләре 150 мең Һум ҡушырға йөкләмә алғайны. Шөкөр, Һынатманылар, биргән Һүҙҙәрендә торҙолар.
Ҡунаҡбай ауыл ултырағы башлығы Фазила Шаймарҙанова айырыуса тос иғәнә индергән кешеләрҙең исем-шәрифтәрен рәхмәт менән атап үтте: Тәлғәт үмәров, Рәйес Хәбибуллин, Фәнжиә Лотфуллина, Земфира Сабирова, Дереник Межлумян, Рөстәм Азалеев, Урал Мәсәлимов, Азат Хәсәнов, Илназ Абдуллин, Азат Хәбибуллин, Клара Сәфиуллина, Илнур Кинйәбаев, Азат Сабиров, Вячеслав Мөхәмәтйәров, Дим әлиев Һәм башҡалар. Төп трасса буйында урынлашҡас, комплекс иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп, тотош төбәгебеҙҙең сағыу ҡомартҡыҺына әйләнеүенә тулы өмөт бар. Йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү йәҺәтенән бындай үҙәктәрҙең роле баҺалап бөткөҺөҙ ҙур. Шуға ла, бер ултыраҡ өсөн генә түгел, бөтә район өсөн әҺәмиәтле проект тип баҺалау бик тә ғәҙел булыр.
(№ 99)

Һаулығыңды ҡайғырт!27.08.2014

Һаулығыңды ҡайғырт!30 август Учалы ҡалаһының Мәҙәниәт һәм ял паркы алдындағы майҙанда «Сәләмәтлек көнө» уҙасаҡ. Сара район хакимиәтенең инициативаһы менән ойошторола. Уны уҙғарыуҙың төп маҡсаты - кешеләрҙең үҙенең тормошонда сәләмәтлектең ниндәй мөһим урын алыуын аңлатыу тора.

Был көндө теләгендә булған һәр кем үҙәк ҡала дауаханаһы белгестәренән (эндокринолог, теш табибы һәм башҡа белгестәр) бушлай консультация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ ҡан баҫымын һәм ауырлыҡты, холестеринды Һәм глюкозаны бушлай үлсәтеү мөмкинлеге бирелә. Бының өсөн поликлиникаға йүгерергә йәки ашығыс рәүештә аптеканан тонометр һатып алырға тура килмәйәсәк. Ҡала кардиологтары һеҙгә бушлай консультация үткәрәсәк һәм тикшерәсәк. Тәмәке тартыуҙы, шәкәр диабетын, Һимереүҙе, абортты профилактикалау һәм ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу тураһында әңгәмә ойоштороласаҡ. «СПИД тураһында нимә беләһегеҙ?» тигән темаға анкета һорауҙарына яуаптар алынасаҡ. Кескәйҙәр өсөн һүрәттәр конкурсы үткәреү ҡаралған. Ошонда уҡ «Спорт түңәрәктәре» йәрминкәһе лә эшләйәсәк. Ата-әсәләр урында уҡ балаларын спорт түңәрәктәренә яҙҙыра аласаҡ. Сара иртәнге 11.00 сәғәттә башланасаҡ һәм киске 21.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Һаулығын ҡайғыртҡан, сәләмәтлегенә битараф булмаған һәр кем был саранан ситтә тороп ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Сирҙе ваҡытында иҫкәртергә кәрәклеген онотмағыҙ. Иҫән-Һау булығыҙ!
(№ 99)

Сифатлы белем - төп талап27.08.2014

Сифатлы белем - төп талапҠала филармонияһы алды һабантуй майҙанынан кәм түгел ине: ҡала-районыбыҙҙың мәктәп һәм балалар баҡсалары берләшеп татар, украин, ҡаҙаҡ, рус, кавказ һәм башҡа милләттәрҙең «йорт хужалығын» тыуҙырған. Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре халыҡтарҙың тормош-көнкүрешенә, йолаларына, милли аш-һыуҙарына, кейемдәренә бәйле күргәҙмә ойошторған. Ошолай башланды һәр йыл һайын уҙа торған уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе.

«Хәҙерге белем биреү процесы: сифат проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары» тип аталды кәңәшмә темаһы. Ғәҙәттәгесә, ул балалар сығышы менән асылды. Тәү башлап һүҙҙе Өфө ҡунағы, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алды. Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың ялҡынлы сәләмен һәм ҡотлауын еткергәндән һуң, ул белем биреү системаһындағы артабанғы үҫеш юлдарын билдәләп үтте.
- 2016 йылғаса беҙҙең алда балалар баҡсаларында сиратты ликвидациялау маҡсаты ҡуйылған. 2008 йылдан алып республикабыҙҙа 160 балалар баҡсаһы сафҡа индерелде. Был 17 мең сабый урын менән тәьмин ителде тигән һүҙ. Быйыл федераль бюджеттан мәктәпкә тиклемге учреждениелар өсөн (төҙөү, капиталь ремонт, ҡоролмалар һатып алыуға һ.б.) 1,200 миллиард һум субсидия бүленгән, киләһе йылда ла ҙур ғына сумма көтөлә. Тимәк, яҡын киләсәктә 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге сабыйҙар балалар баҡсаларына урынлаштырылып бөтәсәк тип күҙаллана.
(№ 99)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.